Келәмдә Рәсәйҙең төрлө өлкә һәм төбәктәренән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан, республиканың ҡала һәм райондарынан иң көслө дзюдосылар бил һынаша. Турнирға 150 спортсы килә тип көтөлә.
Бөгөн көрәшселәр «нагэ-но-ката» һәм «катамэ-но-ката» дисциплиналарында ярыша. Сәғәт 11-ҙә турнир башлана, һуңғараҡ сараны асыу тантанаһы була.
15 – 16 февралдә иһә майҙанға өлкән йәштәге спортсылар сығасаҡ.