+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2020, 11:20

Спартакиада ете спорт төрө буйынса уҙа

Йылдағыса район үҙәгенең ойошма-учреждениелары араһында спартакиада иғлан ителде. Ул 3 февралдән 23 майға тиклем барасаҡ.

Йылдағыса район үҙәгенең ойошма-учреждениелары араһында спартакиада иғлан ителде. Ул 3 февралдән 23 майға тиклем барасаҡ.

Дөйөм команда һөҙөмтәһе иғлан ителгән ете спорт төрө буйынса яуланған урындар һанынан сығып билдәләнәсәк. Еңеүселәр район хакимиәтенең рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле кубоктар менән бүләкләнәсәк.

Әлеге көндә «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында мини-футбол буйынса ярыштар ҡыҙа. Командалар үҙ төркөмдәрендә уйындарҙы тамамланы. Үҙ төркөмдәренән беренсе булып эске эштәр бүлеге һәм район электр селтәрҙәре футболсылары сыҡты.

Бынан тыш ойошма-учреждениелар командалары волейбол, дартс, баскетбол, йөҙөү (эстафета), гер күтәреү һәм өҫтәл теннисы кеүек спорт төрҙәрендә үҙен һынаясаҡ.

Мауыҡтырғыс ярыштарҙа үҙен һынап ҡарарға эске эштәр бүлеге, газ хеҙмәте, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, район хакимиәте, мәғариф бүлеге, суд приставтары, электр селтәрҙәре, эшҡыуарҙар, суд приставтары кеүек көслө, сәләмәт тормошто үҙ иткән, быға тиклемге спартакиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән командалар заявка бирҙе.

Р. МӘСӘЛИМОВА.
Читайте нас: