+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Февраль 2020, 11:28

Батырлығың һинең — беҙҙең йөрәктәрҙә

Йәнгел урта мәктәбендә Абхазияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташыбыҙ Рөстәм Шәйәхмәтовтың иҫтәлегенә арналған бокс буйынса асыҡ турнир үтте.

Йәнгел урта мәктәбендә Абхазияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташыбыҙ Рөстәм Шәйәхмәтовтың иҫтәлегенә арналған бокс буйынса асыҡ турнир үтте.

Былтыр Шәйәхмәтовтар ғаиләһе нигеҙ һалған был ярыш, быйыл тренер Илнур Юлдыбаевтың тырышлығы менән район-ара кимәлгә сыҡты һәм асыҡ турнирға әйләнеп, унда Баймаҡ, Белорет райондарынан, Сибай ҡалаһынан һәм Урғаҙа ауылындағы техникумдан 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Әбйәлил намыҫын Йәнгел, Асҡар, Дәүләт, Сиҙәм, Таштуй һәм Әбдрәш боксерҙары яҡланы.Иҫтәлекле сара башланыр алдынан Рөстәм Шәйәхмәтов һәм Чечняла һәләк булған тағы бер Йәнгел егете — Женя Медведев уҡыған мәктәп алдында тантаналы митинг үтте. Ярышты ойоштороуға булышлыҡ иткән «Боевое братство» ойошмаһының район филиалы рәйесе Рузил Низаметдинов һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары Айҙар Мәғәфүров, Вадим Хәйҙәров, Руслан Ишбирҙин, Радмир Ғиләжев, Нияз Ишмөхәмәтов, Вадим Юнысов, Рифат Дауытов белем усағы алдында ҡуйылған таҡтаташтарға веноктар һалды һәм мәрхүмдәрҙең яҡты рухын иҫкә алды. Тантанаға Рөстәмде һуңғы юлға оҙатып ҡайтҡан иптәше, Буранғолдан Азамат Заһитов та килгәйне.

Ярышты асыҡ тип иғлан иткәс, спортсыларҙы Рөстәм мәрхүмдең әсәһе — Миңзилә инәй, Азамат ағаһы менән Илүзә еңгәһе, Йәнгел мәктәбе директоры Илдар Ғәббәсов, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов һәм баш судья Илнур Юлдыбаев тәбрикләне.

Боксерҙар 40 ауырлыҡ төркөмөндә көс һынашты. Алыштарҙы тәжрибәле судьялар М. Мәүлетдинов, В. Юнысов, Р. Баһауетдинов, И. Бараков, В. Изгин, А. Сөләймәнов, И. Ишмырҙин, Р. Мәүлетдинов баһаланы.

Иң бәләкәй спортсылар 21 килограмға тиклемге ауырлыҡта үҙен һынаны һәм өлкән ағаларынан бер ҙә ҡалышмай, ысын боксер итеп танытты. Үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә беренсе урын яулаған Әбйәлил батырҙарын да яҙып үтәйек: Кирилл Азанов, Марат Ғәлин, Илназ Сафиуллин, Илдар Камалов, Артем Мәүлетдинов, Азамат Ғәлин, Арслан Ишмөхәмәтов, Арслан Вафин, Рәвил Йыһаншин, Илнар Түлекбаев, Илсур Әхмәтйәнов, Даян Фазылов, Роман Изгин, Владислав Лобанов, Динислам Яуынбаев, Айнур Ғилманов, Даниэль Сәлихов, Айҙар Дауытов һәм Хәкимйән Ишәев.

Еңеүселәргә һәм призерҙарға балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе әҙерләгән маҡтау грамоталары һәм яугир яҡташыбыҙҙы һынландырған иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды. Бынан тыш Сиҙәмдән Айҙар Дауытов — «Иң яҡшы техника», Асҡарҙан Айбулат Амырҙин — «Еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияларында билдәләнде. Иң йәш ҡатнашыусы Марат Ғәлин иһә Илүзә һәм Азамат Шәйәхмәтовтарҙың махсус бүләгенә — бокс бирсәткәләренә лайыҡ булды.

Р. МӘСӘЛИМОВА.

Читайте нас: