Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров беҙҙең федераль округ илдәге спорт үҫешкән биләмәләрҙең береһе булыуын билдәләне. Округтағы тѳбәктәр иң юғары кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итә ала, спортсылары халыҡ-ара ярыштарҙа призлы урындар яулай. Дәүләт власть органдары профессиональ спорттан тыш был тармаҡта физик культура һәм спорт менән шѳғѳлләнеүҙе киң таратыу ѳсѳн шарттар тыуҙырыу маҡсатын да ҡуя.
- Рәсәй Президенты Владимир Путин күмәк кеше йәлеп иткән спортты һәм физкультураны үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индерә. Сәләмәт тормошҡа һәм спортҡа күберәк кешеләрҙе йәлеп итергә кәрәк. Был - илдә тормош сифатын яҡшыртыуҙағы һәм илдең алға ынтылышлы үҫешендәге мѳһим бурыстарҙың береһе, - тине Игорь Комаров.
Иң мѳһим һәм талап ителгән йүнәлештәрҙең береһе – йәшәгән урында спорт менән шѳғѳлләнеү ѳсѳн шарттар тыуҙырыу. Совет ултырышында округҡа ҡараған тѳбәктәрҙә ошо эште ойоштороуҙың уңышлы миҫалдары ҡаралды.
Был йәһәттән Волга буйы федераль округында Башҡортостан спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса алдынғы рәттә. Республикала 12,5 мең физкультура-һауыҡтырыу учреждениеһы эшләй. Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләсәктә лә спорттың матди-техник базаһын үҫтереү һәм нығытыу дауам ителәсәк.
Игорь Комаров яңғыҙ миҫалдарҙан системалы эшкә күсеү һәм тѳбәктәрҙең иң яҡшы ѳлгѳләре нигеҙенә таянып, дѳйѳм округ программалы платформаһын булдырыу мѳһимлегенә баҫым яһаны.
Спортты һәм физик культураны үҫтереү ил Президентының «май» указдарында ҡаралған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын бойомға ашырыуға ла булышлыҡ итәсәк.