+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Март 2020, 11:41

Атай менән бергә ял итеүе күңелле

Ир-егеттәр байрамы уңайынан «Экстрим» ял базаһында райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы «Минең атайым иң яҡшыһы» тигән ҡыҙыҡлы, йәнле ярыш ойошторҙо.

Ир-егеттәр байрамы уңайынан «Экстрим» ял базаһында райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы «Минең атайым иң яҡшыһы» тигән ҡыҙыҡлы, йәнле ярыш ойошторҙо. Йыл да үтеп тороусы был мауыҡтырғыс сараға ғаилә менән ял итеү өсөн ауыл биләмәләренән командалар килде.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева ихлас тәбрикләп, байрам уңайынан йылы һүҙҙәр еткерҙе.

— Һәр ғаиләлә айыҡ тормош, сәләмәт йәшәү рәүеше төп урында торорға тейеш. Балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү өсөн иң тәүҙә ата-әсә өлгө булһын, һеҙҙән күреп ул-ҡыҙҙарығыҙ ҙа саңғыға баҫасаҡ йәки йүгерә башлаясаҡ бит. Бергәләп ошондай әүҙем ялдар уҙғарыу ғаиләләр өсөн бик кәрәк, — тине Линиза Камил ҡыҙы.

«Экстрим» ял базаһы етәксеһе Лидар Әхтәмов та ғаиләләрҙе сәләмләне, бында балалар менән бергәләп ял итеү, тауҙан шыуыу өсөн бөтә шарттар булыуын әйтте.

Ғаилә бәйгеһенә килгән 12 команда үҙҙәре менән таныштырҙы. Һәйетҡолдан аталы-уллы Ғәлләм һәм Ихсан Билаловтар, Дәүләттән Вадим һәм Даян Яубаҫаровтар, Яңауылдан Хәниф һәм Рәдиф Хисмәтовтар, Хәмиттән Айбулат һәм Тимербулат Яныбаевтар, Ҡаҙмаштан Азат һәм Асҡар Сафиуллиндар, Гусевтан Азат һәм Ислам Мырҙагилдиндар, Асҡарҙан Илфат һәм Илназ Вафиндар, Күсемдән Риф һәм Айҙар Ҡарағужиндар, Сиҙәмдән Александр һәм Ярослав Комаровтар, Хәлилдән Фирғәт һәм Зариф Дәүләтовтар, Ҡырҙастан Салауат һәм Рушан Суфияновтар, Салауаттан Рәүеф һәм Роза Аҡсуриндар татыу, берҙәм ғаиләләр булып сыҡты. Малайҙар аталарының иң яҡшыһы булыуын шиғыр юлдары аша ла, һөйләп тә ишеттерҙе. Ысынлап та, оҫта ҡуллы, спортҡа битараф булмаған атайҙар йыйылған ине.

Бына, ниһайәт, ҡыҙыу ярыш башланды. Атайҙар улдары менән тюбингтарҙа ярышты, ҡаргиҙәрҙә ҡаршылыҡтар һыҙатын үтте, тауҙан тиҙлеккә шыуҙы. Көйәрмәндәрҙең дәртләндереү тауыштарынан тирә-яҡ яңғырап торҙо. Бер команда ла бирешергә теләмәне, атайҙар ҙа, улдар ҙа етеҙ, сос булырға тырышты. Саф һауала ҡыҙыҡлы уйындар менән ваҡыттың уҙғаны ла һиҙелмәне. Жюри һөҙөмтәләрҙе иғлан итте. Комаровтар «Берҙәм ғаилә», Вафиндар «Әүҙем ғаилә», Сафиуллиндар «Маҡсатлы ғаилә», Билаловтар «Еңеүгә ынтылыш», Ҡарағужиндар «Спорт ғаиләһе», Яубаҫаровтар «Сос ғаилә», Мырҙагилдиндар «Етеҙ ғаилә», Хисмәтовтар «Берәү бөтәһе өсөн, бөтәһе берәү өсөн», Дәүләтовтар «Татыу ғаилә» номинацияларында билдәләнде. Аҡсуриндар өсөнсө, Яныбаевтар икенсе урынға лайыҡ булды. Иң күп мәрәй йыйып, алдынғылыҡты бирмәгән Суфияновтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Уларға бағымсы Лидар Әхтәмовтан ғаилә менән ял итеүгә сертификат бүләк ителде. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт белдереп, күңелле байрам иҫтәлеге тип «Минең атайым иң яҡшыһы» тигән яҙыулы кружкалар һәм грамоталар тапшырҙы.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: