+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Март 2020, 11:38

Яҡты хәтере ҡалды...

Рәхмәт ауылында йыл һайын Яйҡар егете Венер Шаһимәрҙәнов исемендәге күсмә кубок өсөн Күбәләк ырыуы ауылдарының ир-егеттәре араһында волейбол ярыштары уҙғарыла.

Рәхмәт ауылында йыл һайын Яйҡар егете Венер Шаһимәрҙәнов исемендәге күсмә кубок өсөн Күбәләк ырыуы ауылдарының ир-егеттәре араһында волейбол ярыштары уҙғарыла.
Венер Ҡунаҡбай улы Рәхмәт мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, һөнәрселек училищеһында уҡый. Йәш егет кәләш алып, гөрләтеп туй үткәрә. Әрме сафына саҡырыла. Изге маҡсат менән ил һаҡларға йүнәлә. Тик яҙмыш аяуһыҙ. Көньяҡ Осетия менән Грузия араһындағы бәрелештә һалдат һәләк була. Ауылдаштары, уҡытыусылары, ғаиләһе, туғандары, дуҫтары күңелендә Венер тураһында тик яҡты иҫтәлектәр генә һаҡлана. Уның исемендәге ярышта ҡатна-шыусылар һаны йылдан-йыл арта. Быйыл 9 команда булып, алтмыштан ашыу кеше ҡатнашты. Иң олоһо Салауат Хәйҙәров булһа, иң бәләкәйҙәре — 13 йәшлек Фәрхәт Камалетдинов менән Денис Ҡолоев. Командаларҙың бер иш формала килеүе ярышҡа етди әҙерлекте күрһәтте. Спорт залы көйәрмәндәр менән дә шығырым тулы ине.
Ярыш тантаналы асылды. Рәхмәт мәктәбе уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән музыкаль бүләк уйында ҡатнашыусыларға ышаныс, көс һәм дәрт өҫтәне. Волейбол уйыны бик көсөргәнешле, ихлас барҙы. Һәр команда яҡташыбыҙҙың кубогын ҡулына төшөрөү маҡсаты менән янды. Судьялар — Рәхмәт мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Әмир Махийәнов һәм Өфө ҡалаһынан килгән, Байым егете Булат Хажиәхмәтов уйын барышын контролдә тотто. Көн оҙоно уйнаған спортсыларҙы ашатыуҙы Рәхмәт урта мәктәбенең уҡытыусылар коллективы үҙ өҫтөнә алғайны. Һәр уҡытыусы тәм-том бешерһә, ашнаҡсылар Клара Хамматова менән Ләйлә Алтынбаева ҡайнар аш менән һыйланы.
Венер Шаһимәрҙәнов исемендәге күсмә кубокты Учалы районының Миндәк ауылы командаһы яуланы. Икенсе урынға Килмәк ауылы командаһы сыҡһа, Туйыш ауылы командаһы өсөнсө урынды алды. Волейбол ярышы бағымсылары — «Үҙеңде тап» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы менән берлектә Рәхмәт ауылы ветерандар советы етәксеһе Бәхтинур Мансуров, ауыл советы депутаты Исрафил Йәнсәйетов ярышта ҡатнашыусыларға төп бүләктәрҙән тыш, дәртләндереү приздары ла булдырғайны. Командалар был ярышты ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, Венер Шаһимәрҙәнов исеме онотолмаһын тигән теләктә таралышты.
Рәмилә ҒӘЛИАСТАНОВА.
Рәхмәт ауылы.
Читайте нас: