Ошо ваҡытты уҡыусылар файҙалы үткәрүен өсөн “Мәғариф” милли проекты ярҙамға килә. Үткән аҙнанан башлап, билдәле спортсылар, Олимпиада һәм донъя кубоктары чемпиондары онлайн күнекмәләр циклы әҙерләгән.
#РДШЗаСпорт хэштегы аҫтында, спортсылар балаларға саҡырыу ташлай һәм аҙна дауамында үтәлергә тейешле күнекмәләргә йөкләмә бирә, уларҙы нисек эшләргә видео-дәрес аша күрһәтә.
Тәүге дәресте синхрон йөҙөү буйынса Олимпия чемпионы Мария Шурочкина бирҙе, ул мускулдарҙы нығытыу буйынса үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бынан тыш йога, кроссфит, фитнес кеүек файҙалы шөғөлдәрҙе күрһәтте.
Артабанғы күнекмә ауырыраҡ — уны футболсы Дмитрий Жичкин уҙғара һәм аяҡ мускулдары өсөн төп база күнекмәләрен күрһәтә. Артабан өй шарттарындағы спорт марафонын самбо буйынса спорт мастеры, Европа кубоктары еңеүсеһе Евгений Магдич дауам итә.