Баш ҡаланың Октябрь районында төҙөләсәк Халыҡ–ара көрәш буйынса спорт үҙәген төҙөүгә республика бюджетынан 2,78 миллиард һум аҡса тотоноу күҙаллана.
Төҙөлөштө атҡарасаҡ подрядсыны билдәләүсе аукционды Башҡортостан капиталь төҙөлөш идаралығы 24 апрелдә үткәрә.
Проект буйынса спорт үҙәге 29 мең квадрат метр ер биләйәсәк.
Унда 3,4 мең кеше һыйҙырышлы концерт-спорт залы, 19 көрәш үткәреү майҙансыҡтары буласаҡ. Шулай уҡ биләмәһендә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, конференц-зал, тергеҙеүсе медицина үҙәге урынлашасаҡ.
Төҙөлөш 2022 йылдың көҙөнә тамамланырға тейеш.