+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Апрель 2020, 11:37

Әбйәлил онлайн күнекмәләргә ихлас ҡушылды

Был башланғысты бөтә тренерҙар һәм физкультура уҡытыусылары күтәреп алды һәм балалар менән чат булдырып, унда физик күнекмәләр буйынса дәрестәр бирҙе.

Балалар дистанциялы уҡыу мәшәҡәттәренә сумып, көнө буйы ноутбук-смартфондарҙан күҙҙәрен алмай ултырғанда спорт менән шөғөлләнеүҙе лә онотмаһындар, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барһындар өсөн балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе онлайн-күнекмәләр буйынса интернет-бәйге иғлан итте.

Был башланғысты бөтә тренерҙар һәм физкультура уҡытыусылары күтәреп алды һәм балалар менән чат булдырып, унда физик күнекмәләр буйынса дәрестәр бирҙе. Һәр спортсы өйҙә, ихатала шөғөлләнеп, көс күнекмәләре башҡарып, уны видеоға төшөрҙө һәм #здоровымбытьздорово хэштегы аҫтында социаль селтәрҙәргә һалды. Берәүҙәр йүгерә, икенселәре турникта күтәрелә, алыҫлыҡҡа ырғый, ерҙә отжимание эшләй, гер күтәрә, бокс алымдарын нығыта һәм башҡа мауыҡтырғыс спорт донъяһына мөкиббән китте балалар. Айырыуса креатив күнекмәләргә Таштуй, Йәнгел, Ишбулды, Сиҙәм, Рәхмәт, Дәүләт, Буранғол, Асҡар һәм башҡа мәктәптәр әүҙем ҡушылды, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы алымдар уйлап тапты, йәш спортсыларҙың һаулығын нығытыуға тос өлөш индерҙе. Был видеороликтар араһында еңеүселәр яҡын арала билдәләнәсәк.

ДЮСШ директоры урынбаҫары Рамил Фәтхуллин әйтеүенсә, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторған акцияға балалар баҡсалары ла үҙҙәре теләп ҡушылған. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары физруктары бәләкәстәр өсөн дә еңел күнекмәләр уйлап, уларҙы видеоға төшөргән, хатта клип рәүешендә әҙерләүселәр ҙә булған. Улар араһында беренсе урынды Асҡар ауылының «Тирмәкәй», икенсе урынды «Ҡайынҡай» һәм Дәүләттән «Тылсым» баҡсалары алһа, өсөнсө урында Йәнгел, Хәлил һәм Сиҙәм билдәләнде. Еңеүселәр диплом һәм махсус приздар менән бүләкләнһә, ҡалған ҡатнашыусылар ҙа маҡтау ҡағыҙҙары аласаҡ.

Элек-электән 1 май, 9 май байрамдарында еңел атлетика эстафетаһы уҙғарыла торғайны. Быйылғы шарттарҙа был спорт ярышын үткәреү мөмкинлеге юҡ. Шулай ҙа балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәкселеге хәлдән сығыу юлын тапҡан. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, онлайн эстафета үткәрергә йыйыналар. Ярыштың асылы шунда: бер мәктәп тренеры һәм уҡыусыһы үҙенә тәғәйен арауыҡты йүгереп үткәс, эстафетаны интернет аша икенсе белем усағына тапшыра, улары үҙ ауылдарында шундай уҡ арауыҡты үтә һәм артабан икенсе спортсыларға саҡырыу ташлай. Финишҡа иң аҙаҡҡы булып 1-се Асҡар урта мәктәбе барып етәсәк. Бөтә мәктәптәрҙең дистанцияһы онлайн форматта ДЮСШ-ның «Бәйләнештә» төркөмөндәге сәхифәһендә күрһәтелеп бара. Шулай итеп, йүгереүселәр бөтәһе 1418 километр юл үтәсәк. Был Бөйөк Ватан һуғышы дауам иткән 1418 көнгә ауаздаш була. Уңыштар һеҙгә, спортсылар!

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: