+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Май 2020, 10:00

Күрмәй ҡалмағыҙ: “Терра Башҡортостан” үткәрелә

Бөгөн Башҡортостанда, юғары әҙерлек режимын йомшартыу осоронда иң беренсе сара булып, ат спорты турниры уҙасаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөгөн Башҡортостанда, юғары әҙерлек режимын йомшартыу осоронда иң беренсе сара булып, ат спорты турниры уҙасаҡ.
Турнирҙың өсөнсө этабы Өфөләге Т. Күсимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромында тамашасыларһыҙ, бар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы ойоштороласаҡ. Унда Архангел, Бөрө, Иглин һәм Салауат райондары вәкилдәре ипподромдың юртаҡтарында сабышасаҡ. Бәйгеләр сәғәт 11.55-тә Башҡортостан юлдаш радио һәм телевидениеһы каналында күрһәтелә башлаясаҡ. Спорт сараһы менән федераль телеканалдар ҙа таныштырасаҡ.
“Терра Башҡортостан” турниры беренсе тапҡыр былтыр үткәрелде һәм ул республиканың 100 йыллығына арналды. Турнирҙың маҡсаты – республика райондарында йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү кимәлен күтәреү арҡылы башҡорт аттары генофондын булдырыу һәм арттырыу. Ошондай саралар ярҙамында милли йолалар һаҡланасаҡ һәм сәләмәт тормош алып барыу пропагандаласаҡ.
Был хаҡта ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектында ла әйтелә.
Фото: bash.news.
Читайте нас: