Район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе филиалдарында милли көрәш серҙәренә өйрәтеүсе 9 тренер эшләй, түңәрәктәрҙә 350-нән ашыу спортсы шөғөлләнә һәм уларҙың район, республика ғына түгел, Рәсәй турнирҙарында мәртәбәле еңеүҙәре күп.
Көрәшселәрҙең ошо уңыштарын күтәреп, уларҙы артабан физик йәһәттән үҫтереү маҡсатында, ДЮСШ «Спорт көрәше — мәктәптәргә!» проектында ҡатнашыуға өс мәктәпте тәҡдим итте (башҡа райондарҙан берәр генә белем биреү учреждениеһы дәғүә итә).
Проектҡа эләгеү өсөн көрәш түңәрәге эшләгән залдар әҙер булырға — майҙаны буйынса талаптарға тура килергә, иҙән-түбәһе һалынып, стеналары ремонтланған, электр уты, йылытыу системаһы үткәрелгән, йәғни тулыһынса төҙөкләндерелгән булырға тейеш. Милли көрәш залдары әҙер булһа, республика бюджеты иҫәбенә, унда шөғөлләнеү өсөн, сифатлы һәм ҡыйбатлы келәмдәр, швед стенкаһы, манекендар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар бүленә. Проектта ҡатнашыусы физкультура уҡытыусыларына өҫтәмә курстар, оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған.
Программаға дәғүә итеүсе Дәүләт, Тупаҡ һәм Буранғол мәктәптәрендә залдарҙы ремонтлау буйынса һөҙөмтәле эш бара. Уларҙың араһында иң ҙуры булған Дәүләт урта мәктәбе залында таҡта иҙәндәр түшәлгән, стеналар ОСБ плитәләре менән көпләнгән, тәҙрәләр ҡуйылған, йылытыу системаһы рәткә килтерелгән. Күпселек эштәрҙе үҙ көсө менән башҡарып сыҡҡан тренер Өлфәт Шөғүров әле кейенеү бүлмәһен ремонтларға тотонған. «Эштәрҙе былтыр ноябрь айында, уҡытыусылар Ринат Ғайсин һәм Илфат Дауытов ярҙамы менән башлағайныҡ, бөгөн осона сығып киләбеҙ, — ти тренер. — Кейенеү бүлмәһен рәтләп бөтһәк, айырым сығыу урынын йүнәтергә ниәтләйбеҙ». Өлфәт Зөлфәр улы Дәүләт, Яңауыл, Селиван, Ҡушый ауылдарынан 60-тан ашыу баланы милли көрәш нескәлектәренә төшөндөрә, тәнде яҙып алыу өсөн тышта йүгереп йә футбол уйнап алһалар, тәүге төркөм киске сәғәт 5-тән 7-гә хәтлем залда шөғөлләнә, улары ҡайтып китеү менән өлкән төркөм килә — киске 10 сәғәткә тиклем зал буш тормай. Бынан тыш самбо, грек-рим һәм билбау көрәше, грэпплинг, хатта бокс алымдарын да өйрәнәләр. Ө. Шөғүровтың бында өс йыл эшләү дәүерендә спортсылар ярайһы уҡ ҙур уңыштарға өлгәшкән. 9-сы класты тамамлаған Рамаҙан Юлдыбаев, мәҫәлән, республика турнирҙарының даими еңеүсеһе, ул Пермь ҡалаһында үткән Милли көрәш буйынса Рәсәй кубогында икенсе урын яулай, Магнитогорскиҙа самбо буйынса ярышта беренселекте ҡулдан ысҡындырмай. 8-се класҡа барыусы Илдар Хәмзинға үҙ ауырлыҡ төркөмөндә районда тиң батырҙар юҡ, ул Башҡортостан чемпионы исемен яулағандан һуң, Ҡазан ҡалаһында өсөнсө урын алып ҡайта. 3-сө класта ғына уҡыһа ла, Арсен Дауытов Урал аръяғы чемпионы исемен лайыҡлы йөрөтә. Нурлан Фәхретдинов район турнирында абсолют чемпион исемен алып, Бөрйәндә грек-рим көрәше буйынса беренсе урынды яулай. Рамаҙан менән Илдар милли көрәш буйынса I разрядҡа эйә булған. Ошо үҫмерҙәр һәм уларға алмаш булып үҫеп килгән бәләкәй спортсылар — ә улар Өлфәт Шөғүровтың түңәрәгендә күпселекте тәшкил итә — артабан спортты ташламаһын, билен нығытһын, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яулаһын өсөн был залдың булыуы һәм проектҡа эләгеүе кәрәк. «Ата-әсәләр ярҙамһыҙ ҡалдырмай, — ти тренер. — Улар мәктәпкә осрашыуға килгәндә, гантель, гер кеүек спорт ҡорамалдары алып бирҙе, келәмдәр менән ДЮСШ һәм депутат Юнир Таһиров тәьмин итте, район мәғариф бүлеге етәкселегенең даими иғтибарын тоябыҙ».
Самбо оҫталары булараҡ танылған Тупаҡ ауылы малайҙарын тренер Салауат Баһаув өйрәтә. 40-ҡа яҡын үҫмер самбо, грек-рим көрәше, грэпплинг һәм MMА спорт төрҙәре буйынса етди әҙерлек үтә бында. Келәм батырҙарының маҡтанырлыҡ еңеүҙәре етерлек. 8-сене тамамлаған Руслан Йыһангиров грек-рим көрәше буйынса республика турнирында, самбо буйынса төбәк турнирында — беренсе урын, грэпплинг буйынса Өфөлә үткән ярышта чемпион исемен яулаған. Уның тиҫтере Алишер Усманалиев та ошо ярыштарҙа үҙ ауырлыҡ төркөмөндә еңеүсе булып танылған, бынан тыш MMА буйынса Магнитогорск ҡала чемпионатында алдынғылыҡты бирмәгән. Азат Әхмәтов самбо буйынса төбәк һәм республика турнирҙары еңеүсеһе булараҡ билдәләнгән. Әле бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, Нил Нөғәмәнов, Илһам Ғиниәтов һәм Дамир Румынский ҙа беренсе урындарҙы ҡулдан ысҡындырмай. Ауылда яңы мәктәп асылғас, элекке балалар баҡсаһын тулыһынса йәш спортсыларға биргәндәр. Бында бина уртаһындағы стеналарҙы һүтеп, иркен зал эшләү буйынса дәррәү эш бара. Ремонтты тренер үҙе башлаған, хәҙер иҙән урынына таш тултырып, уны цемент менән көпләү өсөн өмә яһарға уйлай. Көрәш залының ҙурлығы 5,50х14 метр тәшкил итәсәк.
Буранғолда Хәлит Хәсәнов етәкселегендә шөғөлләнеүсе 30-ға яҡын малай өсөн интернат бинаһының икенсе ҡатында зал төҙөкләндерелә. Бында ике бүлмә араһындағы стенаны һүтеп алып, ремонтты башлау өсөн әҙерләгәндәр. Гер күтәреүселәр һәм көрәшселәрҙе физик нығытыу өсөн ҡуйылған спорт ҡоролмалары айырым бүлмәгә күсерелеп, унда тренажер залы яһарға ниәтләйҙәр. Тимәк, ике бүлмә лә төҙөкләндерелә. Буранғол мәктәбе лә йәш чемпиондары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана — 9-сыны тамамлаған Илнар Килдейәров, юғары ауырлыҡ төркөмөндә сығыш яһаусы Айгиз Илбаҡтин, Ғәлим Хәсәнов төбәк һәм республика турнирҙарында бил нығытып, үҙ исемдәрен танытырға өлгөргән.
ДЮСШ директоры Ласын Усманов әйтеүенсә, 1 сентябргә әҙер булырға тейешле көрәш залдарында кискеһен йәштәргә лә шөғөлләнергә мөмкинлек артасаҡ, шуға дөйөм эштәрҙә ауыл халҡының да ҡул ярҙамы, өмәләр ҡамасауламаҫ ине.