Эшһөйәрлеге, берҙәмлеге, тырышлығы менән өлгө булып торған ғаиләлә тыуып үҫә Асҡар егете Миша Кавтеладзе. Кескәй сағынан уҡ әүҙемлеге, сослоғо менән айырылып торған малай ҙур теләк менән тхэквондо түңәрәгендә шөғөлләнә, артабан 1-се Асҡар урта мәктәбенә уҡырға барғас, футбол, волейбол, лапта, хоккей кеүек етеҙлек, көс талап иткән спорт төрҙәрен үҙләштерә. Тиҙ арала оҫта спортсы булараҡ танылған Миша, мәктәп һәм район намыҫын яҡлап, лапта буйынса спорт ярыштарында сығыш яһай башлай, был спорт төрө буйынса республика беренселегендә команда менән өсөнсө урын яулауға өлгәшә. Йәй етһә — футбол, ҡышҡыһын хоккей майҙансығынан ҡайтып инмәй. Футбол буйынса район турнирында «Иң яҡшы һаҡсы» номинацияһында билдәләнә, волейбол буйынса йыйылма команда составында һабантуйҙа лайыҡлы сығыш яһай.
Мәктәптә яҡшы өлгәшкән Михаилдың музыкаға һәләте лә асыла, ул талантлы педагог Зилә Сирғәлина етәкселегендә вокал класында шөғөлләнә, моңло тауышы менән күңелдәрҙе арбап, заманса йырҙарҙы оҫта башҡара. Уҡыусы сағында мәктәп сәхнәһенән төшмәй, тиергә лә була. Йәш йырсыларҙың «Яҙғы тамсылар» төбәк бәйгеһендә икенсе урын яулай. Ғөмүмән, мәктәп тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй М. Кавтеладзе — мәктәп урмансылығы эшендә ҡатнашһынмы, КВН командаһында сығыш яһаһынмы, хәрби әҙерлек буйынса күнекмәләрҙә үҙен һынаһынмы — барыһы ла ҡулынан килә. Йәмәғәт хәүефһеҙлеген өйрәнеү дәрестәрендә яҡшы өлгәшкән үҫмер «Ягуар» хәрби-патриотик клубы ағзаһы ла булараҡ, 9 майҙа район үҙәгендә үткән парадтан ситтә ҡалмай, гел алғы сафта йәки байраҡ тотоусы төркөмдә була. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ярышта пневматик мылтыҡтан атыу буйынса иң мәргәне тип табылып, кубокка лайыҡ була.
Шул рәүешле, Миша үҙенең киләсәген спорт менән бәйләргә ниәтләй һәм урта белем тураһында аттестат алғас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетына уҡырға инә. Билдәле: уҡыу йортоноң намыҫын яҡлап, ҡала-республика кимәлендә уҙғарылған волейбол, лапта буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Кистәрен тренажер залына йөрөп, үҙен физик яҡтан нығытыу өҫтөндә даими эшләй.
Уҡыусы сағынан уҡ үҙаллылыҡҡа ынтылған егет (йәйге каникулдарында ул һәр саҡ үҙе аҡса эшләй) студент булып киткәс тә, һәр минутын файҙалы үткәрергә тырыша. Баштараҡ Асҡарҙағы «Ҡунаҡ-һарай» комплексында официант булып тәжрибә туплаһа, хәҙер Өфөләге «Торатау» Конгресс-холы ресторандарының береһендә бармен булып эшләргә өлгөрә.
— Теләгең генә булһын — эшләп тә, уҡып та өлгөрөргә мөмкин, — ти Миша. — Спортсы булғас, ихтыяр көсө, сабырлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш мөһим, ошо сифаттар тормошта юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә.
Һирәк эләккән ял ваҡыттарында Әбйәлилгә ҡайтҡан арала, әсәһенә, туғандарына хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша.
Уҡыуҙы тамамлағас, киләсәктә үҙен эшҡыуарлыҡ, ресторан бизнесы тармағында һынап ҡарарға ниәте бар булдыҡлы яҡташыбыҙҙың. Уңыштар һиңә!