+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Сентябрь 2020, 12:05

Спортсыларға премия күләме арттырыла

Радий Хәбиров спорттағы ҡаҙаныштар өсөн бирелеүсе премиялар күләмен ҡайтанан ҡарарға ҡушты.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Радий Хәбиров спорттағы ҡаҙаныштар өсөн бирелеүсе премиялар күләмен ҡайтанан ҡарарға ҡушты. Әйткәндәй, улар 2011 йылдан алып үҙгәрмәгән һәм күтәрелмәгән.
Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. Билдәле булыуынса, Олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындарында, чемпионаттарҙа, донъя, Европа, Рәсәй беренселектәрендә, шулай уҡ универсиадаларҙа призлы урындар яулаған спортсылар һәм уларҙың тренерҙарына премия түләнә.
Хөкүмәттең Премьер-министры Андрей Назаров спорт йүнәлешендә төбәктең яҡшы даны ятаралһын өсөн спорттың төп ун төрөнә үҫешергә булышлыҡ итергә кәрәк.
Ошо йыл башынан бөгөнгә тиклем республиканың 14 спортсыһы Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры исемен алды, бер яҡташыбыҙ Рәсәй спортының атҡаҙанған мастеры исеменә лайыҡ булды. Японияла үтәсәк олимпиадала ҡатнашыу өсөн әлеге ваҡытта Башҡортостандан 19 спортсы әҙерлек үтә.
Читайте нас: