+4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь 2020, 13:07

Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеп

«Милләттәр кросы» Бөтә Рәсәй спорт сараһы уҡыусы балаларҙы һәм бөтә халыҡты физик культура менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалау, күп кеше ҡатнашлығында үткән физкультура-спорт ярыштарын ойоштороу формаларын камиллаштырыу маҡсатында уҙғарыла.

«Милләттәр кросы» Бөтә Рәсәй спорт сараһы уҡыусы балаларҙы һәм бөтә халыҡты физик культура менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалау, күп кеше ҡатнашлығында үткән физкультура-спорт ярыштарын ойоштороу формаларын камиллаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Ошо сара сиктәрендә уҙған шәмбелә район һабантуйының элекке урынында Әбйәлилдең спорт һөйөүселәре йыйылды. Әмәлгә ҡалғандай көн дә ҡояшлы, йылы торҙо. Шуға күрәлер ҙә инде сарала ҡатнашыусылар ифрат күп булды, майҙан умарта күселәй гөрләп торҙо.
Иң тәүгеләр булып мәктәпкәсә йәштәге балалар стартҡа баҫты. Асҡар ауылының балалар баҡсаларының 5-6 йәшлек ҡыҙҙар-малайҙары финишҡа беренсе булып килеү өсөн ихлас йүгерҙе. Ҡыҙҙарҙан Айзирә Солтанбаева, Гүзәлиә Әминева, Виолетта Исламова, малайҙарҙан Ирхан Сафиуллин, Ғайсар Өмөтҡужин, Артур Усманов иң шәп йүгереүселәр булды.
Райондың 23 мәктәбенән 180 уҡыусы ҡатнашҡан «Алтын көҙ» кросында йүгереүселәрҙе күҙәтеү ҙә бик мауыҡтырғыс ине. 10-сы һәм11-се класс малайҙары 3000 метрға йүгерһә, ҡыҙҙар иһә 2000 метрлыҡ дистанцияла көс һынашты. Егеттәр араһында беренсе булып финишты Хәлил мәктәбенән Зөлфәт Бараков үтте, Фәнүр Сәйетов (Амангилде) менән Дамир Ғиниәтов (Михайловка) икенсе-өсөнсө килде. Ҡыҙҙар араһында призлы урындарҙы Дилбәр Мөхәмәҙиева (Байым), Диләфрүз Низамова (Амангилде), Иркә Мөлөкова (Т. Кусимов исемендәге гимназия) бүлештеләр. Һәр дистанцияла йүгереүселәрҙе көйәрмәндәр алҡышлап, маҡтау һүҙҙәре ҡысҡырып, уларға икенсе-өсөнсө түңәрәккә йүгереп, финишҡа килеп етергә дәрт өҫтәп торҙо.
2000 метрға йүгергән 8-се һәм 9-сы кластар уҡыусыларынан Тайфур Миңлейәров (Әбделмәмбәт), Ислам Шахниязов (Йәнгел) һәм Рамил Зыяҙрисламов (Байым) иң шәп йүгеректәр булып танылды. 1000 метр дистанцияла ҡыҙҙарҙан Алина Камалова (Рауил), Айһылыу Сәйетғәлина (Байым), Эльвира Алтынбаева (Рәхмәт) иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте
6-сы һәм 7-се кластарҙа уҡыған малайҙар 1000 метрлыҡ дистанцияла ярышып, тәүге өс урынды Динар Мусин (Т. Кусимов исемендәге гимназия), Илназ Садиҡов (Рауил) һәм Ибраһим Баймөхәмәтов (Ҡырҙас) алды. Ҡыҙҙар араһындағы 500 метрлыҡ дистанцияла призлы урындарҙы Эльвина Рәхимова (Таштимер), Айзилә Ҡасимова (Буранғол) һәм Алһыу Мурзина (Аһылай) яуланы.
Тотош ярыш һөҙөмтәләре буйынса команда беренселегендә беренсе урынды Байым мәктәбе алды, Рауил мәктәбе икенсе урынға сыҡты, өсөнсөлә — амангилделәр.
Бөтә Рәсәй йүгереү көнөнә арналған байрамда район предприятие-ойошмалары вәкилдәре араһында ла бәйге көсөргәнешле барҙы.
Шулай уҡ «Сәләмәт ауыл» район конкурсында ҡатнашҡандар өсөн кросс һәм «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһенең район кимәлендә көс һынашҡан ауылдар командалары араһында эстафета ойошторолдо. Бында йәштәр генә түгел, спортты үҙ иткән ололар ҙа ихлас ҡатнашты. Мәҫәлән, Ишбулдынан килгән һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған Рәүеф ағай Шөғүров дистанцияны йәштәрҙән ҡалышмай үтте.
Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы эшҡыуарҙар Йәмил Баймырҙин, Эльмира Ғилманова һәм Лена Зариповаларҙың бағымсылыҡ итеүе һөҙөмтәһендә тәмле бутҡа, ҡайнар сәй менән һыйланылар.
Сарала ҡатнашҡан һәр кем тәбиғәт ҡосағында матур ял итеп, күңеленә дәрт-дарман алып таралышты.
Читайте нас: