Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Сентябрь 2020, 18:15

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙең Гиннесс рекордтары китабына индерелә

Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтың исеме Рәсәйҙең Гинесс рекордтары китабына индерелә. Был ваҡиға уның Эльбрус тауына менеүе менән бәйле.

Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтың исеме Рәсәйҙең Гинесс рекордтары китабына индерелә. Был ваҡиға уның Эльбрус тауына менеүе менән бәйле.
«Бөгөн миңә китаптың вәкиле шылтыратты. Был бик шәп! Ныҡ шатмын, — тип яҙҙы Рөстәм Инстаграмда. – Миңә А пунктынан Б пунктына тиклем барып етеүемде раҫлаған видеоматериал ғына ебәрергә кәрәк. Беҙ, әлбиттә, барыһын да ебәрербеҙ».
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Рөстәм Нәбиевтың Рәсәйҙең диңгеҙ кимәленән иң бейек нөктәһенә ҡулы менән күтәрелеүе тураһында хәбәр иткәйне. Яҡташыбыҙ тауға артылыу өсөн алты айҙан ашыу әҙерләнгән.
Читайте нас в