+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Октябрь 2020, 19:05

Спорт һөйгәндәрҙе дәртәләндереү саралары ҡараласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы нормативтарын тапшырған гарждандарҙы дәртләндереү кәрәклеге хаҡында тәҡдим индерҙе.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы нормативтарын тапшырған гарждандарҙы дәртләндереү кәрәклеге хаҡында тәҡдим индерҙе.
Шул иҫәптән уларҙы үтәгәндәр өсөн төрлө ташлама-льготалар индереүҙе лә ҡарарға ҡушты. Дәүләт башлығы шишәмбелә үткән Спорт һәм физкультура буйынса совет ултырышанда белдереүенсә, шарттар унда ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш.
Дәүләт советының “Туризм, физик культура һәм спорт” йүнәлеше буйынса эшсе төркөмөн етәкләгән Приморье крайы губернаторы Олег Кожемяко, мәҫәлән, ГТО популярлыҡ менән файҙаланмай, шуға күрә нормативты үтәгәндәр өсөн спорт магазиндарында ташламалар яһап, уларҙы дәртәләндерергә була тигән тәҡдим еткерҙе.
”Быларҙың барыһы хаҡында ла ныҡлап уйларға кәрәк", – тине Владимир Путин уның тәҡдимен хуплап.
Читайте нас: