+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Октябрь 2020, 12:09

Әбйәлил батырҙары өсөн ҙур мөмкинлектәр

Милли көрәш, самбо, дзюдо, грек-рим көрәше кеүек спорт төрҙәрен үҫтереү маҡсатында республиканың 46 белем усағында «Мәктәптәргә — спорт көрәше» программаһы эшләй башланы.

Башҡортостан быйыл Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҙур федераль проектты тормошҡа ашырҙы. Милли көрәш, самбо, дзюдо, грек-рим көрәше кеүек спорт төрҙәрен үҫтереү маҡсатында республиканың 46 белем усағында «Мәктәптәргә — спорт көрәше» программаһы эшләй башланы. Шулар иҫәбендә Әбйәлилдең өс ауылында — Дәүләт, Тупаҡ һәм Буранғол мәктәптәрендә көрәш залдары өр-яңы келәмдәр, спорт ҡорамалдары менән йыһазландырылды.
Ремонтланған, заманса төҫ ингән залдарҙы асыу тантаналары Республика көнө уңайынан уҙғарылды. Көрәшселәрҙе башта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн режимда тәбрикләне һәм көслө батырҙар булып үҫеп, үҙ исемдәрен республиканан ситтә лә танытыуҙарын теләне.
Дәүләт мәктәбендә милли көрәш түңәрәген балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Өлфәт Шөғүров етәкләй. Бындағы көрәш залы районда иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә — уны төҙөкләндереүгә ошо программа сиктәрендә 451,364 һум аҡса бүленгән. Һәм йәй дауамында тренер үҙе, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ярҙамы менән залды урын-еренә еткереп, ремонтлаған. Зал әҙер булғас, бында 27х5,5 метр ҙурлыҡтағы көрәш келәме, манекендар, турниктар ҡайтарылды. Дәүләттәрҙең ҡыуанысын райондың баш архитекторы Рафиҡ Хисмәтов уртаҡлашты һәм республика кимәлендә уңышлы сығыш яһаусы чемпиондар тәрбиәләгән Өлфәт Шөғүровҡа район хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы. Балалар өр-яңы келәмдә көрәш алымдары күрһәтте, үҙҙәренең ныҡлы, ҡыйыу йөрәкле батырҙар булыуын раҫланы.
Тупаҡ ауылындағы тантанаға район хакимиәтенең спорт буйынса белгесе Илмира Сәғитова, мәктәптәрҙе ошо программаға индереүгә ҙур тырышлыҡ һалған район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов килде. Самбоны үҙ иткән Тупаҡ балалары өсөн залды ремонтлауға 314,637 һум бүленгән, бындағы көрәш келәме 16х5,5 метр ҙурлыҡта. Шулай уҡ өс турник, манекендар, гимнастика һәм көрәш өсөн япмалар килтерелгән. Ҡунаҡтарҙы уҡыусылар быйыл ғына асылған күркәм, заманса мәктәптәренең тышында уҡ ҡаршы алды. Йыйылыусыларҙы белем усағы директоры Гөлсөм Дәминдарова сәләмләгәс, Республика гимны яңғыраны һәм байраҡтарҙы күтәреү хоҡуғы йыл һайын район, Башҡортостан һәм төбәк-ара турнирҙарҙа алдынғылыҡты бирмәгән йәш батырҙар Алишер Усманалиев, Фәнис Баһаув, Азат Әхмәтов һәм Руслан Йыһангировҡа бирелде.
Тәжрибәле тренер Салауат Баһаувтан тыш, быйыл Тупаҡта балаларҙы самбо алымдарына билдәле спортсы, дзюдо һәм самбо буйынса спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Әлфир Әсәҙуллин да өйрәтәсәк.
— Төҙөкләндерелгән залда балалар менән шәп тренерҙар эшләйәсәк, көрәште үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылды. Әмәлгә ҡалғандай, 1 октябрҙә РФ Хөкүмәте Премьер-министры М. Мишустиндың самбоны үҫтереү, был спорт төрөнә йәштәрҙе күпләп йәлеп итеү тураһында ҡарары сыҡты, шуға күрә Әбйәлилдә лә был юҫыҡта эш йәнләндереләсәк, — тине тәбрикләү һүҙендә ДЮСШ директоры Ласын Марат улы.
Илмира Айрат ҡыҙы үҙ сиратында, тупаҡтарҙы Республика көнө уңайынан ҡотланы һәм Башҡортостанда дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға, спортты үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн тренер Салауат Баһаувҡа БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Самбо түңәрәгендә сынығыу алып, грэпплинг һәм башҡа көрәш төрҙәре буйынса чемпион булып танылған тренер ярҙамсыһы Булат Хызыров менән спорт ярыштарында бағымсы булараҡ сығыш яһаусы, физик культураны үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе эшҡыуар Юнир Таһиров район хаки-миәтенең рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Спортсыларҙың күрһәтмә сығыштарынан, уҡыусыларҙың концерт номерҙарынан һуң келәмдә Республика көнөнә һәм Әбйәлилдең 90 йыллыҡ юбилейына арналған турнир уҙҙы. Көрәшселәр һигеҙ ауырлыҡ төркөмөндә бил һынашты һәм беренсе урындарҙы лайыҡлы рәүештә яулаған Фәнис Баһаув, Ильяс Сәйетғәлин, Рамаҙан Сәлихов, Нил Нөғәмәнов, Азат Әхмәтов, Илнар Искәнйәров, Алишер Усманалиев һәм Руслан Йыһангиров балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе әҙерләгән кубок, миҙалдар менән бүләкләнде.
Буранғол мәктәбендә асылған көрәш залына йыйылған уҡыусыларҙы район Советы депутаты Ринат Аҡсурин һәм район хакимиәтенең кадрҙар менән эш бүлеге начальнигы Илфат Ғүмәров тәбрикләне. Ике бүлмәне бергә ҡушып, 321,498 һумлыҡ ремонт башҡарылған иркен залда көрәшселәрҙән тыш, гер күтәреүселәр ҙә шөғөлләнәсәк. Бында ла келәм һалынған, йомшаҡ стенкалар урынлаштырылған, манекен һәм турниктар күнекмәләр башланыуын көтә. Балаларҙы был спорт төрҙәренә тренерҙар Хәлит Хәсәнов һәм Хөрмәт Әхмәтов өйрәтә. Гер спортын үҫтереүҙәге әһәмиәтле ҡаҙаныштары өсөн Хөрмәт Асрар улына тантана уңайынан район хакимиәтенең рәхмәт хаты ла тапшырылды.
Төҙөкләндерелгән, бөтә уңайлыҡтар булдырылған залдарҙа район намыҫын ҙур турнирҙарҙа яҡларлыҡ таһыл көрәшселәр, бил бирмәҫ батырҙар үҫер, тип ышанам.
Читайте нас: