+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ноябрь 2020, 10:45

Путин физик культура һәм спортты үҫтереү стратегияһын эшләп бөтөргә ҡушты

Милли проекттың маҡсаттарының береһе – рәсәйлеләрҙә сәләмәт тормош рәүешенә һәм дөрөҫ туҡланыуға мотивация системаһын булдырыу.#ВладимирПутин

Милли проекттың маҡсаттарының береһе – рәсәйлеләрҙә сәләмәт тормош рәүешенә һәм дөрөҫ туҡланыуға мотивация системаһын булдырыу
Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә 2030 йылға тиклем физик культура һәм спортты үҫтереү стратегияһын эшләп бөтөргә һәм уны раҫларға ҡушты. Шулай уҡ Президент Рәсәйҙә балалар һәм үҫмерҙәр спорты йылын үткәреү мәсьәләһен ҡарарға, физкультура һәм спорт тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу тураһындағы законды эшләргә, Екатеринбургта 2021 йылда уҙасаҡ «СпортАккорд» саммиты сиктәрендә саралар планын раҫларға ҡушты.
2030 йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙә «Демография» милли проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Уға 3105,2 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Милли проекттың маҡсаттарының береһе – рәсәйлеләрҙә сәләмәт тормош рәүешенә һәм дөрөҫ туҡланыуға мотивация системаһын булдырыу. Шулай, «Спорт – тормош нормаһы» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Рәсәйҙә физик культура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар яҡшыра. Бының өсөн футбол яландары, һырғалаҡтар, физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре төҙөлә.
Яңылык сығанағы: https://lenta.ru/
Читайте нас: