+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Ноябрь 2020, 12:01

Чемпион Әбйәлил балаларын самбо серҙәренә өйрәтә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, йыл һайын 16 ноябрҙә билдәләнгән Бөтә Рәсәй самбо көнөнә ҡарата тағы бер шәп спортсы тураһында һөйләп үтмәксемен.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, йыл һайын 16 ноябрҙә билдәләнгән Бөтә Рәсәй самбо көнөнә ҡарата тағы бер шәп спортсы тураһында һөйләп үтмәксемен.
Әлфирҙең бала сағы әсәһе Илүзә апайҙың тыуған яғы — Ишбулды ауылында үтә. Ауыл эшендә сынығып үҫкән малай, Магнитогорск ҡалаһына күсеп барып, шунда уҡый башлағас, тиҫтерҙәре араһында сослоғо, етеҙлеге менән айырылып тора. Шулай ҙа ауылдан килгән башҡорт малайына сәбәпһеҙгә бәйләнеүсе «текә» үҫмерҙәр табыла инде ул.
«Мәктәпкә барғас, шунда уҡыған Антон исемле малай менән йыш сәкәләшә торғайныҡ, — тип хәтерләй ул саҡты егет. — Дәғүәсем үҙен бик ышаныслы тотһа ла, тәкәббер ҡыланһа ла, мин дә бирешергә уйламайым. Шунан бер тапҡыр унан, «Ә һин ниндәй спорт менән шөғөлләнәң?» тип һораным һәм «Дзюдоға йөрөйөм» тигән яуапты ишеткәс, мин дә ошо спортты һайларға булдым».
Шулай итеп, Әлфир Әсәҙуллин дзюдо буйынса юғары категориялы тренер, СССР-ҙың спорт мастеры Анатолий Плотниковтың ҡулы аҫтында шөғөлләнә башлай. Дзюдо келәменә 10 йәшендә баҫҡан малай тиҙ арала тренерҙың иң яҡшы тәрбиәләнеүсеһе булып таныла, сөнки ул үҙ өҫтөндә ныҡышмалы эшләй, бер күнекмәне лә ҡалдырмай.
«Нимәһе ҡыҙыҡ — ярыштарға сыға башлағас, мин ҡала эсендәге чемпионаттарҙа гел икенсе була торғайным, — ти Әлфир. — Ә Силәбе өлкәһе сиктәрендә сығыш яһағанда еңеү яулауы ниңәлер еңелерәк бирелде».
Тренерының ышанысын тулыһынса аҡлай ул: биш йыл эсендә ете тапҡыр дзюдо, ике тапҡыр самбо буйынса чемпион титулын ала. 16 йәшендә генә дзюдо буйынса спорт мастеры исеменә лайыҡ булып, Силәбе өлкәһендә иң йәш спорт мастеры тип табыла. Өлкә сиктәрендәге турнирҙарҙа бил бирмәҫ батыр тиҙҙән Урал федераль округы чемпионаттарында үҙен һынай башлай. Бында Әлфирҙең һәләттәре тағы ла сағыуыраҡ асыла. Самбо буйынса Урал федераль округы беренселегендә ул донъя чемпионы Денис Ярцевтан ғына ҡалышып, икенсе урын яулай. Был уға Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашырға хоҡуҡ бирә. Күп тә үтмәй, ошондай уҡ чемпионатта алтын миҙал яулаған Ә. Әсәҙуллин дзюдо буйынса округ командаһы составына индерелә. Таһыллығы менән айырылып торған йәш спортсы ике тапҡыр Силәбе өлкәһе губернаторы стипендиаты була.
Ҡатнашҡан турнирҙары, келәмдә яулған еңеүҙәре ныҡ күп спортсының. Шуға һәр бер ярышты йылы, ваҡыты буйынса теүәл хәтерләп тә бөтмәй. Шулай ҙа спортсының иң сағыу хәтирәләрен барланыҡ.
Силәбе өлкәһе губернаторы призына дзюдо буйынса ир-егеттәр араһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй турнирында беҙҙең илдән генә түгел, Ҡаҙағстан, Үзбәкстән, Сербия, Германия, Әрмәнстан һәм башҡа тарафтарҙан бөтәһе 123 данлыҡлы көрәшсе килә. Улар араһында халыҡ-ара һәм атҡаҙанған спорт мастерҙары күп була. Ошо мәртәбәле турнирҙа лайыҡлы сығыш яһай яҡташыбыҙ.
Иң титуллы спортсылар тупланған 73 килограмға тиклемге ауырлыҡ төркөмөндә ул донъя һәм Европа чемпионы, халыҡ-ара спорт мастеры, осетин Батраз Кайтмазовты еңеүгә өлгәшә! Ярыш һуңынан Батраз, килеп уны ҡосаҡлап, һөҙөмтәле осрашыу өсөн рәхмәт белдерә хатта.
«Яҡшы осрашыу аҙағынан спортсыларҙың бер-береһенә хөрмәт белдереүе самбо менән дзюдола ғәҙәти хәл», — ти чемпион. Бындай ихтирам Әлфиргә һуңынан да йыш күрһәтелә.
Өлкә, УрФО, Бөтә Рәсәй турнирҙарында үҙенең ауырлыҡ төркөмөндә булған бөтә көрәшселәрҙе еңеп сыҡҡан Әлфир, тиҙҙән Азия турнирында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.
«Был ҙур сараға Азия илдәренән иң ҡеүәтле, бәһлеүән көрәшселәр йыйыла, — тип хәтерләй әңгәмәсем. — Теркәлеү үтеп, үлсәнергә теҙелгәс тә, мин үҙемдең категорияла булған бер батырға иғтибар иттем. Бер үк ауырлыҡта булһаҡ та, ул минән ике тапҡырға яһыраҡ ине. Был егет менән барыбер көрәшергә тура киләсәк, тип, ул келәмгә сыҡҡан һайын күҙәтеп ултырҙым һәм буласаҡ дәғүәсемдең хәтәр көслө булыуына ҡарамаҫтан, техникаһы хөртөрәк икәнлеген күрҙем. Икебеҙ ҙә сирек финалға еттек (ә уға тиклем Ә. Әсәҙуллин иң шәп самбо оҫталары менән дан тотҡан Үрге Пышма ҡалаһынан килгән өс спорт мастерын арҡаһына һалырға өлгөрә — авт.), бында ул Үрге Пышма көрәшсеһенә ҡаршы сыҡты. Күрәм: азиат келәмдә дәғүәсеһен күтәреп йөрөтә, уға аяғына баҫырға ла ирек бирмәй — бына ниндәй көслө ине ул! Тик көрәш техникаһын белмәүе арҡаһында, кинәт ҡыҫымға эләгеп, еңелде.
Шулай итеп, финалда Әлфир Пышма егете менән осраша һәм уны өс тапҡыр ташлап, таҙа еңеү яулай. Еңелгән көрәшсе — ә ул, белһәгеҙ, донъя чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры була — ярыш тамамланғас Әбйәлил егетенә рәхмәт белдереп, ҡулын ҡыҫа.
Ошо еңеүе өсөн Әлфир Әсәҙуллин самбо буйынса спорт мастеры нормативын үтәй.
Иң ҡәҙерле тип билдәләгән тағы бер еңеүе — Рәсәй команда чемпионатында яулаған көмөш миҙал. Бында ул округ командаһы составында сығыш яһай, спортсылар әллә нисә ауыр осрашыу үткәрә һәм финалда Санкт-Петербург ҡалаһынан ғына ҡалышып, дөйөм иҫәптә икенсе урынды ала.
Рәсәй биләмәһендә уҙғарылған турнирҙарҙың барыһында ла еңеп сыҡҡан һәм даны таралған чемпионға башҡа тренерҙарҙан да, илдең төрлө төбәктәренән дә тәҡдимдәр ағыла, ҙур мөмкин-лектәр асыла. Әммә Әлфир үҙен малай ғына сағынан тәрбиәләгән, дзюдо һәм самбо буйынса бар тәжрибәһен биргән тренерын ташлап китмәй. «Анатолий Иванович миңә атай урынына ине, — ти спортсы. — Сөнки ул дзюдо серҙәренә генә өйрәтеп ҡалманы, әллә күпме тормош һабаҡтары бирҙе, теге йәки был осраҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген өйрәтте. Икенсе тренерға китеү уға хыянат кеүек булыр ине».
А. Плотниковтың тренерлыҡ оҫталығы шунда: ул спортсыларҙы бер ҡалыпҡа һалып түгел, ә төрлө яҡлап өйрәтә. «Мәҫәлән, бер күнекмәлә беҙ тиҙлек менән эшләргә өйрәнһәк, икенсеһендә көс, сыҙамлыҡ алымдарын үҙләштерәбеҙ. Көрәштең ошондай нескәлектәрен белеү келәмдә дәғүәсенең йомшаҡ яҡтарын алдан күрергә һәм үҙ файҙаңа борорға мөмкинлек бирә», — тип аңлата чемпион.
Магнитогорскиҙа ҡалыуы уға тағы бер тормош тәжрибәһе бирә — Әлфир Әсәҙуллин Силәбелә шөғөлләнгән билдәле Рәсәй спортсыһы, дзюдо буйынса Олимпия уйындары чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры Мансур Исаевтың спарринг-партнеры була.
Әлфирҙең үҙенең келәмдәге сығыштарын ҡараһаң — ул тиҙлек, етеҙлек өлгөһө! Көндәлек тормошта тып-тыныс, баҫалҡы ғына күренгән спортсы келәмдә юлбарыҫҡа әйләнәме ни?! Дәғүәсеһен «һә» тигәнсе ҡармап, йә ташлап, еңелергә мәжбүр итә.
Даими барған ярыштар араһында маҡсатлы егет Магнитогорск дәүләт техник университетында уҡып, юғары белем ала, Росгвардия ғәскәрҙәре сафында хәрби бурысын үтәп, сержант званиеһында ҡайта. Армияға тиклем ике йыл тирәһе тренер булараҡ тәжрибә тупларға өлгөрә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, спортсыға төрлө хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшкә саҡырыуҙар килә. Шул тәҡдимдәрҙең береһен ҡабул итеп, Әлфир Азамат улы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында эшләүсе ир-егеттәргә самбо һәм дзюдо буйынса күнекмәләр уҙғара башлай. Һөҙөмтәлә, уның тәрбиәләнеүселәре команда иҫәбендә өсөнсө урын яулай.
Ә быйылғы уҡыу йылынан спорт мастеры, Рәсәй һәм Азия чемпионы Әлфир Әсәҙуллин район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә эшкә килеп, Әбйәлилдә тренерлыҡ эшен башланы.
— Районға ҡайтырға теләк күптән бар ине, — ти егет. — Был уйымдың тормошҡа ашыуында күптәнге дуҫтарым Салауат Баһаув, Вадим Мәғәфүров, Юнир һәм Фәнис Таһировтарҙың өлөшө ҙур. Шулай уҡ башланғысымды хуплаған ДЮСШ директоры Ласын Усмановҡа рәхмәтлемен. Быға тиклем дә, Салауатҡа, ул өлгөрмәгән ваҡыттарҙа күнекмәләр үткәреп, ярыштарҙа судья булып ярҙам итә инем. Тупаҡтағы ауылдаштар осрашыуында тәүге тапҡыр самбо ярышы ойошторҙоҡ. Ауыл малайҙарының ныҡышлығы, сабыр, көслө булыуҙары оҡшай. Улар күнекмәләргә ихлас йөрөй, тырыша. Ундай балалар менән эшләүе лә еңел.
Үҙен тулыһынса тренерлыҡ эшенә арнап, ул ауылға кәләше — Әбйәлил һылыуы Әлиәне һәм ҡыҙы Даринаны ла күсереп алып ҡайтҡан, йәш ғаилә әлегә Тупаҡ ауылында төпләнгән.
Бөгөн Әлфир, Салауат Нуриман улы менән берлектә Тупаҡ, Ташбулат һәм Михайловка ауылдарында балаларҙы самбо серҙәренә өйрәтә. «Төркөмдәрҙә һәләтле уҡыусылар етерлек: Тупаҡтан Йәмил Искәнйәров, Азат Әхтәмов, Руслан Йыһангиров, Алишер Усманалиев, Таштимерҙән Нил Нөғәмәнов, Ташбулаттан Артем Сафин, Арслан Фәйезов, Михайловканан Егор Зәкирйәнов, Рималь Гәрәев — республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендә сығыш яһай алған үҫмерҙәр», — тип өмөтлө спортсыларҙы барлай йәш тренер.
Үҙ эшенә бөтә күңелен һалып башҡарған, тормошта ҡуйған маҡсаттарына һәр саҡ ирешкән, тырыш педагог, чемпиондың ҡул аҫтында шөғөлләнеү бәхете эләккән Әбйәлил көрәшселәре киләсәктә үҙен танытасаҡ, тип ышанам.
Читайте нас: