+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ноябрь 2020, 11:46

Фехтование буйынса чемпионатта Башҡортостандан 12 спортсы ҡатнаша

Баш ҡалала Рима Баталова исемендәге Башкортстан спорт әзерлеге үзәгендә терәк-хәрәкәт аппаратында тайпылыштары булған кешеләрҙең фехтование буйынса Рәсәй чемпионаты дауам итә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баш ҡалала Рима Баталова исемендәге Башкортстан спорт әзерлеге үзәгендә терәк-хәрәкәт аппаратында тайпылыштары булған кешеләрҙең фехтование буйынса Рәсәй чемпионаты дауам итә. Ул 21 ноябрҙә башланғайы. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 11 төбәгенән 46 спортсы ҡатнаша. Башҡортостандан 12 спортсы ҡатнаша.
Ярыштар «Демография» милли проектының «Спорт - тормыш нормаһы» федераль проекты сиктәрендә уҙа. Уның нигеҙендә физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе халыҡтың өлөшө 2024 йылға 55 процентҡа етергә тейеш.
Рәсәй чемпионатында ҡатнашыусылар программаның шәхси һәм команда төрҙәрендә ярыша: шпагаларҙа, рапираларҙа һәм ҡылыс менән фехтование.
Ярыштар 25 ноябргә тиклем дауам итә, улар тамашасыһыҙ үткәрелә.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан алынды.
Читайте нас: