+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Декабрь 2020, 10:05

“Ғаилә Яңы йыл уйындары – 2021”

Былтыр беренсе тапҡыр республикалағы башланғыс кластарҙа уҡыған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Яңы йыл ғаилә уйындары үткәрелде. Был сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыла.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Былтыр беренсе тапҡыр республикалағы башланғыс кластарҙа уҡыған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Яңы йыл ғаилә уйындары үткәрелде.
Унда беҙҙең район намыҫын Амангилде ауылынан Даушевтар ғаиләһе яҡлап сығыш яһаны. Илнур, Нәйлә һәм Динислам Даушевтар уйын башында уҡ етеҙлеге, тырышлығы ме­нән ҙур еңеүгә өлгәшкәйне.
Фестивалдең муниципаль этабы әҙерлеге һөҙөмтәләре буйынса район-ҡалалар араһында Әбйәлил районы беренселекте яуланы. Ул фестивалдә халҡы иң күп ҡатнашҡан район булды. Барыһы 27671 кеше залдарҙа, урамдарҙа үткәрелгән спорт сараларында әүҙемлек күрһәткән. Әйткәндәй, был – райондағы халыҡтың 61 проценты.
Сираттағы байрам каникулында ла ошо матур сара уҙасаҡ. Уны “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Фән һәм мәғариф министрлыҡтары менән берлектә ойоштора.
“Быйыл пандемия үҙенең үҙгәрештәрен индерҙе. Әммә был сәләмәт тормош хаҡында онотоу өсөн сәбәп түгел. Инфекцияның таралыу хәүефен кәметеү өсөн барлыҡ уйындарҙы мәктәптәрҙәге спорт залдарында түгел, саф һауала үткәрергә булдыҡ. Өфөгә этап уйындарына килгәндәр һаны ла кәмейәсәк. Һәр райондан иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән төрлө йәш категорияһында ике түгел, бер ғаилә киләсәк”, – тип белдерҙе төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Яңы йыл уйындары 3 – 6 ғинуарҙа, каникул ваҡытында, үткәреләсәк. Сарала балалары I – IV кластарҙа уҡыған ғаиләләр ҡатнашасаҡ. Улар өсөн тиҙлек, көс һәм зирәклеккә һынау булған өс конкурс үткәрелә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ата-әсәһе менән быйма кейеп хоккей уйнаясаҡ, санала һәм тюбингта шыуасаҡ. Финал уйындарынан һуң, ғинуар урталарында, еңеүселәр асыҡланасаҡ.
Читайте нас: