+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Декабрь 2020, 12:50

Хоккейсы

Декабрҙең тәүге көнөндә Бөтә Рәсәй хоккей көнө билдәләнде. Беҙҙең илдә хоккей командалары өсөн янып-көймәгән, чемпионаттарҙы ҡарамаған кеше һирәктер. Шулай уҡ бәләкәстән конькиға баҫып, боҙ майҙансыҡтарында ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән хоккейсылар ҙа етерлек. Бөгөнгө һүҙем — хоккей буйынса район йыйылма командаһының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, Атауҙы егете Динир Мырҙабаев тураһында. Әйткәндәй, Динир Рәфҡәт улы ошо көндәрҙә балалар спортын үҫтереү йүнәлешендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Атаһы, Атауҙы уҙаманы Рәфҡәт Ишбулды улы, ике ҡыҙынан һуң тыуған улын хоккейсы итеү теләге менән яна. Ә был төбәк элек-электән сәкән һуғырға яратыусылар менән дан тота, район турнирҙарында алдынғылыҡты бирмәй. Шулай итеп, атаһы, ҡыш еткәс, өс йәшлек Динирҙы санаға ултыртып, боҙ майҙансығына алып килә һәм тәүге конькиҙарын кейҙерә. Өлкән ағайҙарҙың етеҙ генә шыуып йөрөүҙәрен, сәкән менән оҫта эш итеүҙәрен күргән малайҙа сәм уяна һәм ул тренер Ишбулат Ҡужин етәкселегендә тиҙ арала яңы шөғөлдө үҙләштерә. Биш йәшлек сағында ҡапҡаға тәүге голды сәпәгәс, ҙурыраҡ хоккейсылар дәртлән-дереп ебәреүе тағы алға этәрә.Уҡыуға барыуға байтаҡ тәжрибә тупларға өлгөргән спортсы мәктәп командаһына индерелә, күп тә үтмәй капитан ярҙамсыһы — ассистент итеп тәғәйенләнә. Һөжүм итеүсе ам-плуаһын үҙ иткән Динир тиҙҙән Атауҙы ауылы командаһы өсөн сығыш яһай башлай. 2002 йылда, был мәлдә уға 6 йәш кенә (!) була, ул тәүге тапҡыр ауыл намыҫын яҡлап, район турнирында ҡатнаша һәм команда иҫәбендә беренсе алтын миҙалын яулай. Шулай уҡ «Турнирҙың иң йәш хоккейсыһы» номинация-һында билдәләнеп, махсус бүләккә лайыҡ була.Артабан Д. Мырҙабаев «Иң яҡшы» тигән исемде бер кемгә лә бирмәй, буғай. «Атауҙы» хоккей командаһы составында күп тапҡыр район чемпионы, «Иң яҡшы һөжүм итеүсе», «Иң оҫта бомбардир», «Иң яҡшы уйын-сы» — өмөтлө спортсы алған наградаларҙың иҫәбе юҡ. 15 йәшендә инде ул, ата-әсәһенең яҙма рөхсәте менән, хоккей буйынса район йыйылма коман-даһы составында Әбйәлил намыҫын яҡлап, төбәк ярыштарында сығыш яһай башлай. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош райондарында, Өфөлә үткән республика чемпионатында призер, еңеүсе булып таныла. Хоккей буйынса I спорт разрядын үтәй. Әле ул, һәүәҫкәр хоккейсылар сығыш яһаған, Магнитогорск ҡалаһының төнгө лигаһында уйнауын дауам итә, «КубБанк» коман-даһы менән берлектә сығыш яһап, лига эсендәге 9 команда араһында икенсе урынға лайыҡ була.Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән әйтем тап мәҡәләм геройы тураһында кеүек. Мәктәп эсендә ниндәй спорт түңәрәге булһа — Динир шуларҙың һәр береһендә тиерлек шөғөлләнә. Шөғөлләнеп кенә ҡалмай, юғары һөҙөмтәләргә лә өлгәшә булдыҡлы үҫмер — милли көрәш, еңел атлетика буйынса район ярыштары призеры, футбол буйынса йыйылма команда ағзаһы — барыһына ла нисек өлгөрәлер?! Тағы ла: Атауҙынан булһын да, бейемәһен йөрәгендә ут дөрләгән егет. Әлбиттә, сәхнәне лә ҡалдырмай бейеүселәр нәҫеленән булған Динир Мырҙабаев. «Атауҙы егеттәре» ансамбле менән бергә «Байыҡ» телевизион бейеү фестивалендә гран-при яулай ул!Шулай ҙа, спорт темаһына әйләнеп ҡайтайыҡ, йә күҙ тейҙереп ҡуйырбыҙ аҫыл егеткә.Атауҙы мәктәбен тамамлағас, спортсы Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. Тик, уҡыу башланып та өлгөрмәй, тиҫтерҙәрем менән бергә хеҙмәт итеп ҡайтайым тип (ә армияға барыуҙы ул тормошонда мотлаҡ үтәлергә тейешле төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуя), һалдат итеген кейә. Хәрби бурысын Динир Төньяҡ Осетияла, мотоуҡсылар ғәскәрҙәре сафында, Цхинвал ҡалаһында үтәй. «Әрме — бик ҙур тормош һабағы бирҙе, күп нәмәгә башҡаса ҡарарға өйрәтте, — тип иҫәпләй әңгәмәсем. — Үҙен ирмен тип иҫәпләгән һәр кем ил алдындағы изге бурысын үтәүҙән баш тартырға тейеш түгел».Хеҙмәтен теүәлләп ҡайтҡас, Д. Мырҙабаев техникумда ситтән тороп уҡыуын тамамлай һәм бына инде бишенсе йыл балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә хоккей түңәрәген етәкләй.«Динир Рәфҡәт улы, йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙен яҡшы белгес, оҫта тренер итеп танытты, — ти ДЮСШ директоры Ласын Усманов. — Уның ҡул аҫтында 4 йәшлектәрҙән башлап, 9-сы класс үҫмерҙәренә тиклем, 50-нән ашыу хоккейсы шөғөлләнә. Күнекмәләрҙе көн һайын, хатта шәмбе көндәрендә лә уҙғара ул. Иртәнсәк бәләкәстәр менән шөғөлләнһә, төштән һуң өлкән кластар килә. Уҡыусыларҙы спорт формаһы, сәкәндәр менән дә мөмкинлеккә ҡарап, тәьмин итәбеҙ, төрлө ярыштарға йөрөтөргә тырыша-быҙ. Быйыл көҙ, боҙ майҙансығы әҙер булмаҫ элек, малайҙар Сибайға, «Горняк» аренаһына, йөрөп тә оҫталығын арттырҙы. Көндәр һыуыныу менән, һыу ҡойоп, ДЮСШ эргәһендәге майҙансыҡты туңдырыуҙы башҡарҙыҡ. Үткән аҙнала күнек-мәләр башланды. Түңәрәккә Асҡарҙан ғына түгел, Дәүләт, Ҡусҡар ауылдарынан йөрөп шөғөлләнеүселәр бар. Ә быйыл Динир, районда тәүге өс тренер иҫәбендә «Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә сертификатҡа лайыҡ булды». — Спортта ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкәнмен икән, бында миңә ышаныс белдергән тренерым Ишбулат Ғилметдин улының, һәр ниәтемде хуплап, дәртләндереп торған атай-әсәйем — Рәфҡәт Ишбулды улы һәм Сәйҙә Хәмзә ҡыҙының өлөшө ҙур, — ти педагог. — Ошо йүнәлештә эшләүемә шатмын, спортсылар өсөн шарттар бар — пластик борттар менән ҡупшы итеп эшләнгән майҙансыҡ яҡтыртыла, йылы кейенеү бүлмәһе лә булды, ДЮСШ-ның, район хакимиәтенең ныҡлы терәген тоябыҙ. Киләсәктә Әбйәлилдә хоккейҙы үҫтереп, уны юғары кимәлгә сығарыу, балаларҙы мәртәбәле турнир-ҙарҙа ҡатнаштырыу тураһында хыялланам. Асҡарҙа ябыҡ каток эшләнер тигән өмөтөмдө юғалтмайым, ул осраҡта ҡышҡыһын ғына түгел, йылы миҙгелдәрҙә лә күнекмәләрҙе дауам итергә, секцияға хоккей уйнарға теләгән ҡыҙҙарҙы ла йәлеп итергә мөмкин булыр ине, сөнки башҡа район-ҡалаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар лигалары эшләп килә, ярыштар ойошторола».Ҡул аҫтында шөғөлләнгән малайҙарҙың береһен дә айырып маҡтағыһы килмәһә лә, кескәй генә сағынан боҙға баҫып, ошоға тиклем хоккейҙы ташламаған бер нисә уйынсыны билдәләп үтеүен дә һорағайным. «Динир Әмирйәнов, Әмир Баязитов, Руслан Әминев, Альберт Исҡужин, Динар Мусин һәм башҡа өмөтлө үҫмерҙәр күп секцияла, — тип, боҙ майҙансығы яғына ишара яһаны Динир Рәфҡәт улы. — Улар, үҙҙәре белгәндәрен кесерәк малайҙарға ла өйрәтеп, хоккей тигән мөғжизәле донъяға бар булмышы менән бирелгән спортсылар».Оҫта шыуа үҙҙәре! Малайҙарҙың, бәләкәймен тип тормай, шайба өсөн ихлас уҙышып, төрткөләшеп тә китеүҙәренә, гол индереүҙәренә, тренерҙың һәр һүҙенә ҡолаҡ һалып, ысын хоккейсылар кеүек майҙансыҡты шаулатыуҙарына һоҡланып ҡарап торҙом...
Читайте нас: