+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Декабрь 2020, 12:40

Спортты үҫтереүгә етди иғтибар

Әбйәлилдә эш сәфәре менән БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов булды. Ул муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, уның урынбаҫарҙары менән осрашты һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм райондаштарыбыҙҙы тәбрикләне.

— Башҡортостанда спорт-ты, физик культураны үҫтереүгә етди иғтибар бүленә, — тип һөйләне үҙенең сығышында Руслан Таһир улы. — Республика Башлығы янында физик культура һәм спорт буйынса совет булдырылды, был өлкәне Радий Хәбиров үҙенең шәхси контролендә тота. Әгәр ауылда тренер, физкультура уҡытыусыһы бар һәм ул етәкләгән түңәрәккә балалар йөрөй икән, тимәк ауылдың киләсәге бар тигән фекерҙә ул. Быйыл Башҡортостанда ике ҙур спорт объекты — Семен Елистратов исемендәге шорт-трек үҙәге һәм Рима Баталова исемендәге спортсыларҙы әҙер-ләү үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Был сәләмәт тормошто һайлаусылар өсөн тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр асты. Шулай уҡ быға тиклем илдең башҡа төбәктәрендә йәки сит илдәрҙә йәшәгән данлыҡлы спортсыларҙың тыуған төйәгенә, Башҡортостанға ҡайта башлауы ҡыуандыра. Улар йәш быуын өсөн өлгө булып тора. БР Башлығы ҡарары менән муниципаль райондарҙа эшләүсе спорт учреждениеларына, атап әйткәндә, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәренә, быйыл 65 миллион һумға тиклем ярҙам күрһәтелде. Был аҡсаға спорт залдарын төҙөкләндереү, яңы ҡорамалдар, формалар һатып алыу мөмкин булды. Киләһе йылда был сумма тағы ла арттырыласаҡ.Артабан министр тәбрикләүҙәргә күсте һәм ирекмәнлек хәрәкәтен ойоштороуға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы директоры Гөлкәй Салауат ҡыҙы Ишбулатоваға Рәсәй Президенты В. В. Путин указы менән булдырылған «Бөтә Рәсәй #Беҙбергә үҙ-ара ярҙам акцияһын ойоштороуға индергән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» иҫтәлекле миҙалын тапшырҙы.Әбйәлилдә балалар спортын үҫтереү йүнәлешендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән, мәктәп уҡыусылары, өлкән йәштәгеләр араһында ГТО нормативтарын тапшырыу сараларын эҙмә-эҙлекле алып барған, йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергән, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Рамил Камил улы Фәтхуллин БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министр-лығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Башҡортостанда физик культураны һәм спортты үҫтереүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн хоккей буйынса тренерҙар Ишбулат Ғилметдин улы Ҡужин, Динир Рәфҡәт улы Мырҙабаев, милли көрәш буйынса тренер Илгиз Рәйес улы Әбделғазин министрлыҡтың рәхмәт хаттары менән билдәләнде.Быйыл республикала тәүге тапҡыр «Ауыл тренеры» прог-раммаһы тормошҡа ашырылды. Ул ауыл мәктәптәренә эшкә йәш спорт белгестәрен ҡайтарыуҙы һәм уларға дәртләндереү саралары күрһәтеүҙе маҡсат иткәйне. Әбйәлилдән тәүге булып «Ауыл тренеры» прог-раммаһына өс педагог индерелде. Шулай итеп, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең кикбоксинг буйынса тренеры Илшат Шәфҡәт улы Бараков, милли көрәш буйынса тренеры Өлфәт Зөлфәр улы Шөғүров һәм хоккей буйынса тренер Динир Рәфҡәт улы Мырҙабаев 600 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.Әйкәндәй, Р. Т. Хәбибов эш сәфәре барышында ошондай уҡ сертификатты тағы бер яҡташыбыҙ — Баймаҡ ҡалаһы ДЮСШ-һында еңел атлетика буйынса тренер булып эшләүсе Ишҡол ауылы егете Рәфис Әсғәт улы Вәлиевҡа ла тапшырҙы.Балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле эшләгән, спортты үҫтергән педагогтарға артабан да тик уңыштар, район данын арттырған яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: