+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Декабрь 2020, 12:11

Баскетбол лигаһы

Йәш баскетболсылар өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла — улар, Рәсәй чемпионаттарында еңеп сыҡҡан осраҡта, Европа, хатта донъя мәктәп баскетбол лигаларында ҡатнашыу хоҡуғын ала.

Мәктәп баскетбол лигаһы беренсе тапҡыр 2007 йылда Пермь крайында төбәк чемпионаты булараҡ башланғыс ала. Ярыштың бағымсыһы булып «Комплексные энергетические системы» акционерҙар йәмғиәте сығыш яһағанға күрә, лига артабан был компанияның аббревиатураһын алып, «КЭС-БАСКЕТ» тип атала башлай. Проекттың төп маҡсаты физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә мөмкин тиклем күберәк уҡыусыларҙы йәлеп итеү була. Лиганың презентацияһында Рәсәй Хөкүмәте вәкилдәре, Олимпия уйындары чемпиондары, данлыҡлы баскетболсылар ҡатнаша. Чемпионатты уҙғарыу шарттарына ярашлы, лигала ҡатнашыусы һәр мәктәп баскетбол кәрзиндәре һәм туптар менән бүләкләнә, артабан да ошо тәжрибәне дауам итеп, мәктәптәрҙе баскетбол ҡорамалдары менән йыһазландырыуҙы күҙаллай ойоштороусылар. 2008 йылда алты тапҡыр НБА чемпионы, Америка Ҡушма Штаттары спортсыһы Скотти Пиппен Пермдә мастер-класс уҙғара һәм йәш спортсыларҙың әҙерлек кимәлен юғары баһалай.
Шулай итеп, Пермь ҡалаһында башланғыс алған баскетбол лигаһы ил кимәлендә хуплау таба һәм проектты Волга буйы федераль округында, һуңынан Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә дауам итергә кәрәк тигән ҡарар сығарыла. Попечителдәр советына РФ Хөкүмәте ағзалары индерелә. Йәш баскетболсылар өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла — улар, Рәсәй чемпионаттарында еңеп сыҡҡан осраҡта, Европа, хатта донъя мәктәп баскетбол лигаларында ҡатнашыу хоҡуғын ала.
Электән баскетбол уйнарға оҫта булған Башҡортостан уҡыусылары, шул иҫәптән Әбйәлил балалары ла мәктәп лигаһына ҙур теләк менән ҡушыла. «Район мәктәптәре «КЭС-БАСКЕТ» лигаһында ун йылдан ашыу уйнай, — тип аңлатты балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов. — Балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, команда менән эш итергә өйрәтеүҙән тыш, был лига шуныһы менән әһәмиәтле — РФ Баскетбол федерацияһы йыл һайын мәктәптәрҙе баскетбол туптары менән тәьмин итә. Бының өсөн «КЭС-БАСКЕТ» сайтында рәсми теркәлеү генә шарт. Мәҫәлән, бер мәктәптә ҡыҙҙар һәм малайҙар командалары бар һәм улар икеһе лә сайтта теркәлеү үткән икән (был алдағы ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн заявка булараҡ та иҫәпләнә), улар бер йылда дүрт баскетбол тубы аласаҡ. Былтырғы уҡыу йылында ғына Федерация тарафынан районға 60 туп ҡайтарылды һәм 14 мәктәпкә тапшырылды. Тағы ла: финал ярыштарында призлы урын алған команда тулыһынса спорт формаһы менән тәьмин ителә. Былтыр юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән беҙҙең Хәлил урта мәктәбе командаһының ҡыҙҙары һәм малайҙары ла ошондай бүләк алып ҡыуанды. Ғөмүмән, Хәлил мәктәбе был йүнәлештә иң яҡшы эшләгән учреждениеларҙың береһе. Тренер Таһир Әлибаевтың ҡул аҫтында шөғөлләнеүсе балалар республика кимәлендә лә үҙҙәрен һынай. Районда баскетболды үҫтереүгә етди өлөш индергән педагогтар Руслан Илһамов, Айҙар Мөхәмәтшин, Илмир Бүләкбаевтарҙың да нәтижәле хеҙмәтен билдәләп үтергә мөмкин».
Быйылғы үҙҡурсалау һәм дистанциялы уҡыу шарттары ярыштарҙы туҡтатырға мәжбүр иткәйне. Республика Хөкүмәте тарафынан рөхсәт бирелгәндән һуң, үткән аҙна аҙағында «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында быйылғы уҡыу йылында тәүге тапҡыр «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп лигаһы сиктәрендә район ярыштары уҙҙы. Унда ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашты, спорт залын, туптарҙы, ярыш сәмен һағыныуҙары күҙгә ташланды.
Таһир Зөлфәр улы етәкләгән Хәлил мәктәбе ҡыҙҙары — Залина Баракова, Гөлнара Вәхитова, Гүзәлиә Ильясова, Физәлиә Мырҙабаева, Резеда Мырҙабулатова, Айзилә Мырҙабаева, Гөлиә Мөхәмәтйәрова, Лилиә Фәтхетдинова, Диана Хәмитова — был юлы ла алдынғылыҡты бирмәне, район чемпионы исемен яуланы. Икенсе урында 1-се Асҡар урта мәктәбе командаһы булһа, өсөнсөлә — Амангилде ҡыҙҙары.
Үҫмерҙәр араһында 1-се Асҡар урта мәктәбе командаһы лайыҡлы рәүештә беренсе урын яуланы. Икенсе урында Таһир Кусимов исемендәге гимназия, өсөнсөлә Хәлил мәктәбе баскетболсылары билдәләнде.
Раян Итекәев менән Диана Хәмитова — «Иң яҡшы уйынсы», Урал Дәүләтов менән Азалия Фәйезйәнова — «Иң яҡшы һөжүм итеүсе», Ринат Әминев һәм Гөлфирә Хәлисова — «Иң яҡшы һаҡсы», Эльмир Мырҙабаев менән Гөлиә Мөхәмәтйәрова «Иң оҫта ойоштороусы» номинацияларында маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Читайте нас: