+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Декабрь 2020, 12:21

Йөрәгендә — дәрт, беләгендә — көс-ҡеүәт

Спортсылар тураһында мәҡәләләр циклын дауам итеп, бөгөн тағы бер райондашыбыҙ — үҙенсәлекле спорт төрөн һайлаған Асҡар егете Артур Дадакин тураһында һөйләп үтмәксемен.

Спортсылар тураһында мәҡәләләр циклын дауам итеп, бөгөн тағы бер райондашыбыҙ — үҙенсәлекле спорт төрөн һайлаған Асҡар егете Артур Дадакин тураһында һөйләп үтмәксемен.
Һигеҙ йәшенән өләсәһе тәрбиәһендә үҫә Артур. Малайҙарҙың берәй ҡыҙыҡһыныуы, етди шөғөлө булмаһа, насар йоғонтоға бирелеү ихтималлығын яҡшы аңлаған өләсәй — Альмира Хашим ҡыҙы Ғәбитова, 1-се Асҡар урта мәктәбендә уҡып йөрөгән туғыҙ йәшлек ейәнен тхэквондо түңәрәгенә алып бара. Тренер Альберт Яхин етәкселегендә шөғөлләнгән Артур, тхэквондо менән берлектә, таһыллыҡ талап иткән заманса бейеү төрө — брейк-дансты ла үҙләштерә.

— Бишенсе класҡа уҡырға барғас, Асҡарҙа «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды һәм мин бокс түңәрәгенә яҙылдым, — тип хәтерләй ул бәләкәй сағын.

— Улымды «Батыр»ға нисек оҙаттым, шулай юғалттым, — тип шаярта өләсәһе, сөнки һәр яҡлап һәләтле, тиктормаҫ малай башкөллө спорт донъяһына сума, тиһәм дә хата булмаҫ. Ниндәй генә спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп сыҡмай ул — бокста нығыныу алғас, тиҫтерҙәре ыңғайына баскетбол, волейболға ла йөрөй, артабан Фәрит Шәрәфетдиновтың еңел атлетика, гимнастика түңәрәктәрендә оҫталығын арттырып, район кимәлендә призлы урындар яулауға өлгәшә. 2009 йылда инде ул еңел спорт төрҙәрен ҡалдырып, Марат Сабитов етәкләгән милли көрәш түңәрәгенә яҙыла.

— Марат Әхәт улы милли көрәш сиктәрендә генә туҡталып ҡалманы, келәмдә беҙ самбо, грэпплинг алымдарын да үҙләштерҙек, — ти әңгәмәсем. — Тренер тәү сиратта беҙҙе ысын ир-егет булырға, үҙең өсөн яуаплылыҡ тоторға, яҡындарҙы яҡларға һәм һаҡларға өйрәтте. Ошондай тормош һабаҡтары өсөн мин уға бик рәхмәтлемен.

Көрәш менән бер рәттән баскетболға ла өлгөргән Артур Дадакин, юғары оҫталыҡ, сослоҡ күрһәтеп, тренер Руслан Илһамов етәкселегендәге баскетбол буйынса район йыйылма командаһы составына индерелә. Тап шул йылдарҙа баскетболсылар «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп лигаһына ҡушыла, һәм Артур ҙа, район намыҫын яҡлап, төбәк турнирҙарында бер нисә тапҡыр чемпион исемен яулай.

«Батыр»ҙа эшләүсе тренерҙар күнекмәләрҙең бер өлөшөн тренажер залында уҙғарыуҙы яйға һалған. Бында улар балаларҙы физик яҡтан нығытып, көс күнекмәләре үткәрә. Артурға ла гантель, штанга күтәреп, үҙ көсөн һынауы оҡшай.

Һәм Асҡар урта мәктәбен тамамлап, Магнитогорск дәүләт-техник университетының физик культура һәм спорт факультетына уҡырға ингәс, ул штанга менән шөғөлләнергә ҡарар итә һәм быға тиклем белмәгән спорт төрө — пауэрлифтингты үҙләштерә башлай.

Пауэрлифтинг — ҙур көс талап иткән спорт. Ярыш дисциплиналары үҙ эсенә өс һынауҙы ала — штанганы ҡалаҡ һөйәктәренә һалып сүкәйеү (присед), ятҡан килеш штанганы күкрәктән күтәреү (жим лежа) һәм баҫып торған килеш ауырлыҡты ҡалҡытыу (становая тяга). Спортсының максималь ауырлыҡты күтәрә алыуы иҫәпкә алына һәм өс дисциплина суммаһында иң ҙур массаны күтәргән атлет еңеүсе була. Пауэрлифтинг батырҙарының көс күрһәткестәре мөһим роль уйнай.

Үҙ ауырлығы 83 килограмм булған Артур 230 килограмлыҡ штанга менән присед һәм тяга яһай алһа, күкрәктән күтәргәндә 165 килограмды ала. Был юниорҙар араһында иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе булараҡ билдәләнә.

Физик культура кафедраһы тренеры, Рәсәй Федерацияһы спорт мастеры Владимир Страшенко етәкселегендә шөғөлләнгән егет тәүге күнекмәләрҙән башлап үҙен көслө, тос беләкле, таһыллы спортсы итеп күрһәтә һәм 1-се курста уҡ пауэрлифтинг буйынса университет командаһына индерелә. Спортсы студент универсиадала вуз намыҫын яҡлап, беренселекте яулай. Кроссфит буйынса ла ул алдынғылыҡты бирмәй. Магнитогорск ҡала чемпионатында, Силәбе өлкәһе турнирҙарында чемпион булараҡ танылып, пауэрлифтинг буйынса спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәй.

Көс күнекмәләре спортсының тәненә рельеф бирә, уны монументаль рәүештә үҙгәртә, мускулдар үҫешә. Ошоно иҫәпкә алып, ул күрһәтмә ярыш булараҡ уҙғарылған бодибилдинг дисциплинаһында ла көс һынап ҡарарға ниәт итә. Артурҙың дебюты уңышлы була — тәүге ярышы, бодибилдинг буйынса Силәбе өлкәһе чемпионатында ул пьедесталдың беренсе баҫҡысына күтәрелә. Артабан ул чемпион исемен Урал федераль округында ла раҫлай. Үҙенән күпкә оло, тәжрибәле спортсыларҙы артта ҡалдыра.

Пауэрлифтинг буйынса бөтә асыҡ чемпионаттарҙа иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән егет спорт мастеры исемен яҡларға йыйына. Әммә ауырлыҡ менән эшләгән сираттағы күнекмә ваҡытында ул йәрәхәт ала. Дауаланып, физик формаһын нығытыуға әрмегә барырға ваҡыты етә. Ил алдындағы изге бурысын А. Дадакин Төньяҡ Кавказ хәрби округында, милли гвардия ғәскәрҙәре сафында үтәй, махсус операцияларҙа ла ҡатнаша. Бындай көсөргәнешле режим, тауҙар буйлап йөрөү, әлбиттә, тән массаһын кәметә. Шуға күрә армиянан ҡайтҡас, Артурға юғалған ауырлыҡты ҡайтанан йыйыу, көстө тергеҙеү өсөн күп тырышлыҡ һалырға тура килә. Ошо осорҙа ул операция кисерә. Билдәле, бындай хәлдән һуң ауыр штанга күтәреү тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.

— Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да үҙемде яңынан тергеҙеү ҡыйынға тура килде, сөнки миңә элекке һөҙөмтәнән дә яҡшыраҡҡа ынтылыу талап ителә ине, — тип һөйләй ул.

Яратҡан спортын ҡалдырырға мәжбүр булһа ла, Артур күңелен төшөрмәй һәм тренер Александр Марфицын етәкселегендә бодибилдинг менән ныҡлап шөғөлләнергә тотона. Ныҡышмалылыҡ үҙенекен итә — Бөтә Рәсәй чемпионатында 85 килограмға тиклемге ауырлыҡ төркөмөндә дүртенсе урын яулауға өлгәшә. «Призлы булмаһа ла, минең өсөн был ҙур һәм ҡәҙерле еңеү ине, — ти үҙе. — Сөнки мин Рәсәйҙең иң данлыҡлы культуристары менән бер һыҙыҡта баҫып торҙом». Ошо чемпионатта яҡташыбыҙ бодибилдинг буйынса спорт мастеры исеменә лайыҡ була.

«Бер ваҡытта ла тән матурлығы, ҙур мускулатура артынан ҡыуманым, күнекмәләр бары үҙ-үҙемә ышанысты арттырҙы, — тип йылмая Артур. — Йәрәхәтләнмәһәм, пауэрлифтингты ташламаҫ та инем. Был йүнәлеште һайлауыма шатмын, хәҙер үҙем белгәндәргә йәштәрҙе лә өйрәтәм».

Әйткәндәй, Артур тағы бер Асҡар егете, 14 йәшлек Рәмис Хәлимовты әҙерләп, Свердловск өлкәһендә уҙған бодибилдинг буйынса чемпионатҡа сығара һәм үҫмер унда бронза миҙал яулай.

Буш ваҡыттарын да файҙа менән үткәрә А. Дадакин — ҡыш етһә, сноубордын кейеп, тау-саңғы үҙәгенә юллана, бейеклекте яуларға ярата.

Сәләмәт тормошто һайлаған, үҙе өҫтөндә ныҡышмалы эшләгән маҡсатлы егет киләһе йылдан фитнес, бодибилдинг буйынса тренерлыҡ йүнәлешендә эш башларға ниәтләй. Уңыштар һиңә, Артур!
Читайте нас: