Декабрь аҙағында районда беренсе тапҡыр көс экстримы буйынса ярыш — «Әбйәлил батыры» турниры уҙғарылды. Ҡыҙыҡлы сараны армрестлинг, пауэрлифтинг кеүек спорт төрҙәрен популярлаштырыусы райондаштар Азамат Атауллин һәм Артур Дадакин, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы ойошторҙо.
Биш этаптан торған турнирҙа бөтәһе ете батыр үҙ көсөн һынаны. Ҡеүәтле, үҙ көсөнә һәм дарманына ышанған ир-егеттәр штанга күтәреү, йөк машинаһы тәгәрмәсен әйләндереп дистанция үтеү, ауыр тоҡтарҙы бейеклек аша ырғытыу һәм еңел машинаны арҡан менән тарттырыу кеүек дисциплиналарҙа үҙенең ҡеүәтен тикшерҙе. Был һынауҙарҙы иң етеҙ тиҙлектә үткән батыр еңеүсе булараҡ билдәләнде.
Шулай итеп, ҙур көс талап иткән күнекмәләрҙе 1 минут 29 секундта үтә алған Асҡар ауылы уҙаманы Мансур Вәлиев «Әбйәлил батыры» исемен алды һәм бағымсы Фәрит Шәрипов биргән һарыҡ тәкәһе менән бүләкләнде.
Икенсе урынды шулай уҡ Асҡар егете Динар Ғәлиәхмәтов (1 минут 47 секунд) яуланы. Өсөнсөлә йәш батыр, милли көрәш буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы ағзаһы, Иҙәш ауылынан — Арсен Шәрипов. Ҡалған ир-егеттәр — Марсель Тулыбаев, Динар Әбүзәров, Ирмәк Билалов һәм Фәрит Шәрипов та маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Батырҙар араһында ҡыҙыҡһыныу уятҡан киләһе турнирҙы 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнөндә уҙғарыу планлаштырыла.