Үҫмерҙәрҙән һуң, өлкән йәштәге спортсылар ҙа район башлығы кубогы өсөн көс һынашты. Был турнир балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе янындағы хоккей майҙансығында барҙы һәм унда алты команда ҡатнашты. Аҙаҡҡа хәтлем кем чемпион булыуын күҙаллап булманы, сөнки егеттәр ихлас, дөргөн уйнаны. Финалда Әлмөхәмәт һәм Атауҙы спортсылары осрашып, төп кубокты Әлмөхәмәт хоккей командаһы яуланы. Икенселә — Атауҙы, өсөнсөлә — Асҡар ауылы егеттәре. Илфат Сәйфетдинов — «Иң яҡшы уйынсы», Айнур Усманов — «Иң яҡшы ҡапҡасы», Руслан Ҡужин — «Иң шәп бомбардир», Ғәлим Ишмөхәмәтов — «Иң яҡшы һаҡсы», Азат Сафиуллин «Иң яҡшы һөжүм итеүсе» номинацияларында билдәләнеп, район башлығы грамоталарына лайыҡ булды.
Хәлилдәр күп тә үтмәй, үҙҙәрендә хоккей буйынса район турниры уҙғарҙы. Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин спортсыларҙы тәбрикләгәндән һуң, ҡыҙыу уйындар башланды. Көн һыуығына ҡарамаҫтан, хоккей майҙансығы хоккей командалары һәм көйәрмәндәр тауышынан гөр килеп торҙо. Спортсылар ялға туҡтаған арала тәмле былау һәм ҡайнар сәй менән һыйланды. Сәмле ярышта Әлмөхәмәт командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Икенселә — байымдар, өсөнсөлә — Хәлил ауылы хоккейсылары.
9 ғинуарҙа хоккейсылар Атауҙыла осрашты. Бында мәктәп уҡыусылары араһында «Ҡышҡы каникулдар призы»на турнир ойошторолдо. Беренселекте лайыҡлы рәүештә Атауҙы командаһы алһа, икенселә — Хәлил мәктәбе, өсөнсөлә Асҡар хоккейсылары билдәләнде. Район беренселегендә һынатмаған үҫмерҙәр Радмир Ҡужин — «Иң яҡшы бомбардир», Искәндәр Баязитов — «Иң яҡшы һөжүм итеүсе», Руслан Кирәев — «Иң яҡшы ҡапҡасы», Илнар Әминев — «Иң яҡшы һаҡсы», Динир Әмирйәнов менән Айбулат Йыһаншин «Иң яҡшы уйынсы» номианцияларын яуланы.
Яңы Балапан ауылында иһә боҙ майҙансығына ҡатын-ҡыҙҙар сыҡты. Улар ҙа ысын хоккейсыларҙан һис ҡалышмай, бына тигән уйын күрһәтте. Ике командаға бүленеп уйнаған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре был осрашыуҙан дәрт алып, ихлас аралашып ҡайтты.