+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ғинуар 2021, 13:00

Ҡар өҫтөндә футбол

Рауил ауыл биләмәһендә спорт менән дуҫ ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Көҙгө эштәрҙән бер аҙ бушау менән улар сәкән һуғыу, тауҙан сана шыуыу кеүек ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша.

Рауил ауыл биләмәһендә спорт менән дуҫ ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Көҙгө эштәрҙән бер аҙ бушау менән улар сәкән һуғыу, тауҙан сана шыуыу кеүек ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша.
Раштыуа байрамы уңайынан биләмәнең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Инзиә Мәхмүтова биләмә ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары араһында футбол ярышы ойошторҙо. Футболда Ишҡол ауылынан ике, Рауил һәм Тәпәндән берешәр командалар ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙар шау-гөр килеп быймалары менән туптарҙы бер ҡапҡанан икенсеһенә осорҙо. Беренселекте Рауил ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, икенсе урынды Ишҡолдоң «Аръяҡ» командаһы, өсөнсөнө — тәпәндәр, дүртенсене — Ишҡолдың «Бирьяҡ» командаһы яуланы.
Ихлас, дәртле ҡатындарға биләмә хакимиәтенең почет грамоталары бирелде, ә бағымсылар Абдулхаҡ Солтанов, Илнур Баязитов, Гөлнара Кейекбаева дүрт командаға ла торт бүләк итте.
Ярыштан бил яҙып, илһамланып ҡайтҡан рауилдар икенсе көнөнә үҙҙәрендә дүрт урам ҡатын-ҡыҙҙарынан торған командалар төҙөп, ярыш ойошторҙо. Иң мөһиме, саф һауалағы уйын һәр кемгә күңел дәрте бирҙе, тормошҡа илһамландырҙы. Бында ла урындағы депутат Заһир Баһранов һәм ауыл старостаһы Рафаэль Ишмөхәмәтов командаларҙы торт менән һыйланы. «Һәр сараға ихласлыҡ һалған, донъяһына ла, йәмәғәт эшенә лә етешкән ҡатындар быйма менән футбол уйнауҙа ла һыр бирмәне», — ти клуб мөдире Миңлегөл Вәлиева.
Ә кис Рауил ауылы халҡы клуб алдында «80-се йылдар дискотекаһы» тигән йәнле сарала рәхәтләнеп бейеп, күңел асты. Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр ҡатындар спортҡа ла, мәҙәни сараларға ла әүҙемлек һала. Спорт ул — һаулыҡ, күңел йыуанысы тип йәшәйҙәр.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Читайте нас: