Боронғо башҡорт әкиәттәренең береһендә хәйләкәр, ҡанһыҙ дейеү батшаны күмәкләп еңгән ҡурҡыу белмәҫ егеттәр араһында бил бирмәҫ көрәшсе Ҡамыр батыр, әллә нисә саҡрым алыҫлыҡҡа уҡ сойорғотоусы Уғатар, бер тынала күл һыуын йотоп алған Күлуртлар, батша сапҡындарын ишетеп, иптәштәрен иҫкәртеүсе Ертыңлар батырҙар менән бер рәттә, дейеүҙең ен кеүек аттарын бер аяғы бәйле килеш йүгереп уҙып китә алған Йүгерек батыр ҙа һүрәтләнә. Әкиәттә — хәҡиҡәт, тиҙәр, тимәк, халҡыбыҙ борон замандан милли көрәш, уҡ атыу һәм йүгереү кеүек спорт төрҙәрен хуплаған, ихтирам иткән...
Бөгөнгө мәҡәләм геройын Йүгерек батыр вариҫы тиһәм дә, яңылышмаҫмын буғай. Ул иң ябай һәм шул уҡ мәлдә иң күп көсөргәнеш, сыҙамлылыҡ талап иткән спорт төрөн һайлаған һәм ошо өлкәлә үҙенең тырышлығы менән юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә алған. Һүҙем — яҡташыбыҙ, Ишҡол ауылы егете, марафонсы, @the100 йүгереү клубы амбассадоры Айҙар Тимерйәнов тураһында булыр. Роза һәм Мәжит Тимерйәновтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән малай бәләкәй сағында спорт тип әллә ни иҫе китмәй. «Физкультура дәрестәрен ҡалдырманым, шулай ҙа йүгереүҙе әллә ни оҡшатмай торғайным. Күберәк волейбол йә футбол уйнарға яраттым, — тип хәтерләй ул үҙе уҡыусы сағын. — Дөрөҫөн генә әйткәндә, физкультурала йүгереү менән артыҡ шөғөлләнмәнек, бары тик тәнде яҙып алыр өсөн бер нисә түңәрәк йүгереп үтәбеҙ ҙә, шунан төрлө күнекмәләр яһап, футбол, лапта уйнайбыҙ. Һирәк-һаяҡ уҙғарылған контроль кростар миңә бигерәк тә ҡыйын бирелде, сөнки ауыл мәктәбендә спорт циклдары ентекле өйрәнелмәй. Ә уның үҙенсәлектәре бик күп икән. Мәҫәлән, физик форманы яйлап, йәшкә ҡарап нығытыу, йүгергәндә пульсты даими үлсәү, махсус күнегеүҙәр аша йүгереү алымдарын үҙләштереү, үҙеңде сыныҡтырыу һәм башҡалар...»
— Яҡшы өлгәштем, әммә үҙемде спортсы булдым, тип әйтә алмайым, сөнки ярыштарҙа ҡатнашманым, күберәк ваҡытымды компьютер артында уҙғарҙым, — тип көлә әңгәмәсем.
Аттестат алғас, ул юғары белемде илебеҙҙең баш ҡалаһында алырға ниәтләй. «Берҙәм дәүләт имтихандары Рәсәйҙең күп вуздарына ишектәр аса, кисәге уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә, — ти Айҙар. — Һәм мин дә ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, Мәскәү авиация институтының ғәмәли математика һәм информатика студенты булып киттем».
Баш ҡалала, сит мөхиттә уҡыу тормошҡа булған бөтә ҡарашымды, хатта булмышымды үҙгәртте тип иҫәпләй ул.
Тап студент сағында А. Тимерйәнов йүгереү менән етди ҡыҙыҡһына башлай. Ошонда ул ярыммарафон һәм марафон дистанциялары барлығы, төрлө йүгереү клубтары эшләүе хаҡында белә һәм үҙен ошо йүнәлештә һынап ҡарарға була.
«Мәскәүҙең инфраструктураһы, ҡала эсендә парктар, йәшел биләмәләр, спорт ҡаласыҡтары күп булыуы, шулай уҡ физкультуранан тәжрибәле уҡытыусы булыуы мине спорт менән шөғөлләнеүгә этәрҙе, — ти геройым. — 2013 йылда тәүгә үҙ теләгем менән паркка йүгерергә сыҡтым, әммә был көндәлек шөғөлөмә әйләнмәне, ваҡыт булғанда ғына йүгерә инем. Артабан үҙемдең кимәлемде үҫтереү маҡсаты менән йүгереү теорияһы тураһында мәғлүмәт туплау менән бергә, көн һайын иртәнге сәғәт 5-тән тороп, иптәшем Ильяс Тазиев менән йүгерергә сыға башланыҡ. Тағы бер нисә егетте лә йүгереүгә йәлеп иттек».
Етди ярышта ҡатнашырға ул биш йылдан ғына ҡыйыулыҡ итә — был Силәбе өлкәһендә уҙған 21,1 километрлыҡ I RUN ярыммарафоны була. Бында яҡташыбыҙ ярайһы уҡ ауыр дистанцияны 1 сәғәт 54 минутта үтә. Шулай ҙа үҙе өсөн яҡшы тормош һынауы ала, Силәбе спортсылары менән яҡындан таныша, марафондар менән ҡыҙыҡһыныуы арта, икенсе ҡалала йәки сит илдә ойошторолған марафонда ҡатнашыу теләге уяна.
2019 йылда ул йүгереү челленджын башлай, йәғни, йыл дауамында, көн һайын 20 минут йүгерергә. 5 ғинуарҙа башланған челлендж 191 көн дауам итә, артабан спортсы, төрлө сәбәптәр арҡаһында көндәлек йүгереүҙе туҡтатып торорға мәжбүр була. Ошо 191 көн эсендә Айҙар тиҫтәләгән ярышта ҡатнашырға өлгөрә: 31 мартта — Ирәмәл тауына күтәрелеү (ҡарлы, тау-ташлы дистанция буйлап, 28 километрға өҫкә йүгереү — спортсылар телендә был ярыш төрө трейл тип атала), был арауыҡты ул 3 сәғәт 10 минутта уҙа; 9 май Асҡарҙа Еңеү көнөнә арналған традицион 21 километрлыҡ ярыммарафонда 1 сәғәт 40 минут; 1 сентябрҙә — Өфөлә 21 километрлыҡ ярыммарафонда 1 сәғәт 26 минут, 14 сентябрҙә шулай уҡ 21 километрлыҡ Азия — Европа дистанцияһында 1 сәғәт 25 минут; 21 сентябрҙә 10 километрлыҡ Дүртөйлө ярыммарафонында ла яҡшы һөҙөмтә менән сығыш яһай. Үҙ-үҙендә ышаныс тойған егет артабан, октябрь айында Ҡазан ҡалаһында иң көслө марафонсылар ҡатнашҡан 21 километрлыҡ ярыммарафонда 1 сәғәт 22 минутлыҡ һөҙөмтәгә өлгәшә. Бынан тыш, йыл дауамында бәләкәй дистанцияла уҙған бихисап кростарҙа призлы урындарҙа билдәләнә.
Әйткәндәй, быға тиклем Айҙар баш ҡала вузын уңышлы тамамлай, Өфөнөң 21-се дауаханаһында программист булып эш башлай. Әбйәлил йәштәренең Өфөләге ойошмаһы рәйесе урынбаҫары булып, йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Студенттар өсөн кейс-клуб, Мәскәүҙә форум һәм конференциялар ойоштора, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы йәштәр советында эшмәкәрлек алып бара. Үҙе студент булған осорҙа Мәскәүҙә уҙған спорт һәм мәҙәни сараларҙа ирекмән дә була, былтыр «Яҡты-Күл» шифаханаһы базаһында уҙған «Ынтылыш» йәштәр форумында ҡатнаша.
Айҙар Тимерйәновтың марафонсы булараҡ иң төп ҡаҙанышы тип Төркиәлә уҙған 42,2 километрлыҡ арауыҡты йүгереп үтеүен билдәләргә кәрәктер. Был мәртәбәле халыҡ-ара ярышҡа ул өс айҙан ашыу, үҙаллы (тренерһыҙ) әҙерләнә, күнекмәләр планын төҙөй, көн һайын үҙе өҫтөндә ныҡышмалы эшләй. Әҙерлек барышында аҙна дауамында 100 саҡрымдан ашыу йүгерә, стартҡа бер аҙна ваҡыт ҡалғас, тейешле диетаға күсә.
Шулай итеп, 31 октябрҙә ул Төркиәгә оса. Күнекмәләр барышында йәрәхәтләнгән аяғы бер аҙ борсоһа ла, еңеү өсөн түгел, ә үҙемде һынау өсөн тип, шөғөлләнеүен дауам итә. 3 ноябрь иртәнсәк автобус спортсыларҙы старт урынына илтә.
«Гүйә, икенсе бер мөғжизәле донъяға килеп эләктемме ни, — тип хәтерләй Айҙар. — Ҡояш ҡалҡҡан мәлгә стартҡа Ер шарының бөтә ҡитғаларынан йыйылған меңәрләгән спортсы баҫты, хайран ҡалырлыҡ атмосфера, тулҡынланыу менән бергә ғорурлыҡ тойғоһо кисерәһең. Сәғәт телдәре 9-ға етте. Йүгерҙек! Тәүге километр тыныс үтте, тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарап барырға ла өлгөрәһең был мәлдә. Артабан Бешекташ һәм Бейәоғлы райондарына еткәс, юғарыға күтәрелеү башлана, хәлде һаҡларға кәрәк. Дистанцияла Рәсәйҙән килгән, Пермь спортсыһы менән танышып алдым һәм уның менән бергә йүгерергә килештек. Стамбулдың хозур урынында урынлашҡан Галат башняһын үтеп киткәс, Төркиәнең төп мәсеттәре күренә — унда финиш. Әммә ул нөктәгә барып еткәнгә тиклем тағы 30 километр йүгерергә әле... Эгей диңгеҙе яры буйлап йүгерәбеҙ, уң яҡта Осман империяһының төп һарайы тороп ҡала, диңгеҙ һауаһы бөркөлөп торған туннелдәр аша үтәбеҙ, бында инде финиш һыҙығын үтергә өлгөргән спортсылар, урындағы халыҡ беҙҙе ҡеүәтләп тора, «Браво» тип ҡысҡыра, алҡышлай. Барып етергә тейешмен, тип үҙемә маҡсат ҡуям, ә һауа түҙеп торғоһоҙ эҫе, тынды ҡурып алып бара, аяҡтарҙың да хәле ҡалманы тиерлек. Ошо мәлдә мине Грециянан килгән марафонсы: «go, my friend, go» («Әйҙә, дуҫым, әйҙә!») тип дәртләндереп, артынан эйәртте. Был һүҙҙәрҙән һуң миңә көс өҫтәлгәндәй булды һәм мин финишҡа йүгереп түгел, ә осоп барып еттем төҫлө...»
Яҡташыбыҙҙың көс еткеһеҙ ауыр, алтын статуслы был марафондағы һөҙөмтәһе — 3 сәғәт 54 секунд. Финишҡа килеп еткән 3200 спортсы араһында Айҙар — 95-се, ярышта ҡатнашҡан рәсәйлеләр араһында туғыҙынсы була.
«Йүгереү тормошомдо тик ыңғай яҡҡа үҙгәртте, тип әйтә алам. Беренсенән, әллә күпме ер-һыу гиҙҙем, Стамбул, Анталья, Ҡазан кеүек тарихи ҡалаларҙы күрҙем. Быйыл Сочи һәм Санкт-Петербург ҡалаларында уҙасаҡ марафондарҙа ҡатнашырға ниәтләйем. — тип һөйләй егет. — Икенсенән, дистанцияны үтеү — көн дә үҙеңде, физик мөмкинлектәреңде һынау һәм юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйыу ул».
Һирәк эләккән ял ваҡыттарында ла ул күнекмәләрен туҡтатмай, Ишҡолға ҡайтҡанында Бөрсөнсөгә йүгереп барып килә, трейл менән шөғөлләнеүен дауам итеп, Имсәктау, Бейәғаҙа тауҙарына, Тағанташҡа йүгерә. «Марафон спортын ғына түгел, трейлды үҫтереү өсөн дә беҙҙең районда мөмкинлектәр етерлек, ауыл ерендә әллә ниндәй шарттар булдырыу ҙа кәрәкмәй, беҙҙең ландшафт үҙе үк быға саҡырып торғандай, — ти, киләсәктә ошо йүнәлеште үҫтерергә теләк менән янған марафонсы. — Ә беҙҙә, Бөйөк Еңеү марафонынан һәм силәбеләр ойошторған «Урал легендаһы» фестиваленән тыш, бындай ярыштар уҙғарылмай. 9 майҙа ла Асҡарға башлыса күрше өлкә спортсылары килеп йүгерә, үҙебеҙҙекеләр һирәк. Һәүәҫкәр спортсылар өсөн Бөрсөнсө йә Атауҙы күле тирәләй кросс, Ирәндек, Ҡырҡты тауҙарына трейл ойошторорға мөмкин. Ҙур дистанцияларҙы ГТО сиктәрендә лә үткәрергә булалыр».
— Йүгерә башларға бер ҡасан да һуң түгел, — ти Айҙар Тимерйәнов. — Тик тәүҙә физик форманы нығытып алыу шарт. Дистанцияға баҫыу менән тиҙлек артынан ҡыуырға түгел, ә бәләкәй арауыҡты, ҡыҫҡа ваҡытта йүгереп ҡарағыҙ, мотлаҡ пульсты үлсәгеҙ, яй ғына йүгерегеҙ. Дистанцияның бер өлөшөн йүгереп, икенсеһен атлап та уҙырға мөмкин. Өлгәшелгәндәрҙе нығытыу өсөн өҫтәмә рәүештә саңғыла, велосипедта йөрөргә була.