« Ҡала һәм ауыл ерендә 100 асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын, шул иҫәптән спорт майҙансыҡтарын, футбол һәм боҙ майҙандарын төҙөйәсәкбеҙ. Уларҙың барыһы ла заманса спорт инвентары, снарядтар, тренажерҙар менән йыһазландырылған, сәләмәтлектәре мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең спорт менән шөғөлләнеүенә яраҡлашҡан булырға тейеш», - тине Премьер-министр. Ил Президенты инициативаһы менән булдырылған милли проектҡа ярашлы, 2030 йылға спорт менән шөғөлләнеүселәрҙең өлөшөн 70 процентҡа еткереү ҡаралған, был беҙҙең алдағы мөһим эш йүнәлештәренең береһе булырға тейеш, тип өҫтәне ул.
Башҡортостанда һәр ваҡыт спортты үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҙур иғтибар бүленә. Ағымдағы йылда, республикалағы ауыл мәктәптәре спорт залдарын ремонтлауға өҫтәмә 150 миллион һум аҡса бүленәсәк. Ә, Нефтекама ҡалаһында асыҡ типтағы спорт һауыҡтырыу комплексын төҙөү планлаштырыла.