+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ғинуар 2021, 14:05

Һәр ярышта ГТО тапшырырға мөмкин

Уҙған аҙнала Йәштәр йортонда республикала иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнап, бокс буйынса турнир ойошторолдо.

Республика Башлығы Радий Хәбиров юғары хәүефһеҙлек режимына үҙгәрештәр индереп, уҡыусылар өсөн спорт ярыштарын уҙғарырға рөхсәт иткәс, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе быйылғы ярыштарға старт бирҙе. Уҙған аҙнала Йәштәр йортонда республикала иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнап, бокс буйынса турнир ойошторолдо. Унда Әбйәлилдең спорт клубтарынан тыш, Магнитогорскиҙан килгән боксерҙар — бөтәһе 9 команда, 70-тән ашыу спортсы ҡатнашты.
Йәш боксерҙар 35 ауырлыҡ төркөмөндә көс һынашты. Осрашыуҙарҙы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тәжрибәле тренерҙары баһаланы. Айырыуса Асҡар, Урал, Таштимер, Таштуй, Ташбулат, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы спортсылары таһыллыҡ һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте.
Үҙҙәренең ауырлыҡ төркөмдәрендә чемпион исемдәренә Роман Изгин, Никита Самойлов, Стеша Королева, Арина Борханова, Виктория Козлова, Данил Хисаметдинов, Ихсан Хисмәтов, Арсен Шәғәлин, Айҙар Ғәбитов, Ирхан Хисмәтов, Арсен Йәрмөхәмәтов, Нургиз Түлекбаев, Морат Мусин, Владислав Лобанов, Рузил Шәмсетдинов, Арслан Вафин, Динис Арғынбаев, Артем Мәүлетдинов, Айбулат Амырҙин, Илнар Түлекбаев, Данияр Ҡадиров, Динислам Яуынбаев, Айдан Пшембаев, Динис Йәрмөхәмәтов, Эмиль Бейешов, Айҙар Дауытов, Рөстәм Рыҫҡолов, Илназ Сафиуллин, Камал Ишкилдин, Илназ Вафин һәм Зәйнулла Ишаев лайыҡ булып, маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Бынан тыш, ДЮСШ етәкселеге Эвелина Йәрмөхәмәтованы «Еңеүгә ынтылыш өсөн», Роман Изгин, Арина Борханова һәм Арсен Йәрмөхәмәтовты «Иң яҡшы техника өсөн» номинацияларында билдәләне.
Турнирҙа ҡатнашыусы балалар Йәштәр йортоноң фойеһында ГТО нормативтарын тапшырыу мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырманы. Улар алыҫлыҡҡа һикереү, ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү кеүек күнекмәләрҙә үҙҙәренең етеҙлеген тикшереп, һынауҙарҙы үтәй алды. «ГТО майҙансыҡтары район ярыштары барған һәр ерҙә эшләйәсәк», — тип аңлатты ДЮСШ директоры урынбаҫары Рамил Фәтхуллин.
* * *
Таһир Кусимов исемендәге гимназияла беренсе тапҡыр каратэ буйынса район беренселеге үтте. Ярышты асыу тантанаһында ҡатнашҡан район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, район мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов балаларҙы тәбрикләп, уңыштар, сағыу еңеүҙәр теләне.
Беренселектә Таштуй, Йәнгел һәм Асҡарҙан 44 уҡыусы, 22 ауырлыҡ төркөмөндә көс һынашты. Иң йәш каратистарға 5 кенә йәш булһа ла, улар ҙа келәмгә ышаныслы сығып, яҡшы техника күрһәтә алды.
* * *
Хәлил урта мәктәбендә ДЮСШ тренеры Таһир Әлибаев етәкселегендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар Белорет районында Гагарин кубогына уҙғарылған баскетбол буйынса район-ара ярышта Әбйәлил намыҫын яҡланы. Дөйөм иҫәптә, улар Железнодорожник ауылы баскетболсыларынан ғына ҡалышып, икенсе урын яуланы
Читайте нас: