+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Февраль 2021, 12:03

Ярыштар иң көслөләрҙе асыҡланы

Үткән аҙна спорт ярыштарына бай булды — ҡышҡы спорт төрҙәрен үҙ итеүселәр ҙә, залда туп һуғырға яратыусылар ҙа үҙ шөғөлдәрен тапты, сәмләнеп ярышты.

Үткән аҙна спорт ярыштарына бай булды — ҡышҡы спорт төрҙәрен үҙ итеүселәр ҙә, залда туп һуғырға яратыусылар ҙа үҙ шөғөлдәрен тапты, сәмләнеп ярышты.
Ҡолоҡаста 2006 – 2009 йылғы мәктәп уҡыусылары араһында саңғыла йүгереү буйынса район ярышы үтте. Унда Әбделмәмбәт, Рауил, Ҡаҙмаш, Хәлил, Күсем руднигы, Ташбулат, Яңы Балапан, Амангилде мәктәптәренән иң шәп 57 спортсы уҙышты. Үҙҙәренең йәш төркөмдәhендә һәм дистанцияларҙа беренсе урындарҙы Динара Хәйбуллина, Айнур Таһиров, Лиза Исҡужина, Тайфур Миңлейәров яуланы. Еңеүселәр артабан төбәк ярыштарында район намыҫын яҡлаясаҡ.
Райондың иң көслө баскетбол командалары «Гагарин кубогы» өсөн көс һынашты. Турнир ике көн дауам итте. Дөйөм иҫәптә призлы урындарҙы ҡыҙҙар араһында Хәлил, Таһир Кусимов исемендәге гимназия командалары, үҫмерҙәр араһында 1-се һанлы Асҡар мәктәбе, гимназия һәм Красная Башкирия баскетболсылары бүлеште. Айзилә Мырҙабаева һәм Иҙел Хәлилов — «Иң яҡшы һаҡсы», Рифат Сәйетғәлин һәм Зарина Килдейәрова — «Иң яҡшы уйынсы», Физалиә Ғәбитова һәм Валерий Иванов — «Иң шәп центровой», Лия Фәтхуллина менән Артур Һырлыбаев «Иң яҡшы һөжүм итеүсе» номинацияларында маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Шәмбе көндө Асҡарҙа бишенсе тапҡыр Илдар Абдразаҡов иҫтәлегенә хоккей буйынса турнир ойошторолдо. Унда райондың иң көслө йәштәр командаларынан тыш Абҙаҡтан һәм Магнитогорск ҡалаһынан да хоккейсылар килде.
Сараны асыу тантанаһында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов, райондың хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин ҡатнашты һәм спорт-сыларға уңыштар теләне.
Ҡыҙыу уйындар кискә хәтлем дауам итте һәм әбйәлилдәр һынатманы — беренсе урынды һәм чемпион исемен «Аҡбуҙат» йыйылма командаһы яуланы. Икенсе урында Магнитогорск егеттәре булһа, өсөнсөлә йәнә райондаштар — «Асҡар» командаһы хоккейсылары. Инсаф Ғәләүетдинов — «Иң яҡшы уйынсы», Илнур Әғзәмов — «Иң яҡшы һөжүм итеүсе», Алексей Лепинский — «Иң яҡшы ҡапҡасы», Радмир Мөхәмәтйәров — «Иң яҡшы һаҡсы», Никита Гребенников «Иң шәп бомбардир» булараҡ билдәләнде.
Читайте нас: