Сноуборд буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзалары ярыштарға әҙерләнеү маҡсатында беҙҙең төбәккә килде лә инде.
Донъя кубогының Мәскәү этабында “параллель слалом” дисциплинаһында тәү тапҡыр еңеү яулаған Дмитрий Карлагачев “Металлург-Магниторгорск” тау-саңғы үҙәгендә шыуып та ҡараны һәм уның сифаты менән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.
Рәсәй йыйылма командаһы составында Силәбе өлкәһенән Ярослав Степанко, Мария Волгина һәм Степан Наумовтар ҙа көс һынашасаҡ.