-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2021, 13:30

Рәзилә Дилмөхәмәтованың әүҙем йәшәү рәүеше

Ул — етәксе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, Әбдрәш урта мәктәбе директоры. Белем һәм тәрбиә биреүҙән тыш, мәктәптең ойоштороу һәм хужалыҡ эштәре менән янған гүзәл заттың арыу-талыу белмәҫ булмышына көс-ҡеүәт, илһам биреүсеһе — әүҙем йәшәү рәүеше.

Ул — етәксе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, Әбдрәш урта мәктәбе директоры. Белем һәм тәрбиә биреүҙән тыш, мәктәптең ойоштороу һәм хужалыҡ эштәре менән янған гүзәл заттың арыу-талыу белмәҫ булмышына көс-ҡеүәт, илһам биреүсеһе — әүҙем йәшәү рәүеше.
Рәзилә Рәсүл ҡыҙы, уҡытыусы булараҡ, мәктәп юлынан 32-се йыл атлай хәҙер. Магнитогорскиҙа индустриаль-педагогик колледж тамамлағас, хеҙмәт юлын Белоретта башлай. Таулы-урманлы төбәктең һалҡын һәм еүеш тыны ялан ҡыҙына бөтөнләй килешмәй. Йыш сирләүе, бөйөрҙәренә һыуыҡ алдырыуы үҙенекен итә, бер йыл эшләгәс, тыуған яғына ҡайтып китә.
— Ауылға фотограф килеүен көтөп алған саҡтар бар ине. Әбдрәш мәктәбендә эшләй башлаған көҙҙә шундай ҙур ваҡиғанан мәктәп шау-гөр килеп торҙо. Иң аҙаҡ уҡытыусылар коллективы менән фотоға төшөргә йыйылдыҡ. Шунда фотограф егеттең һыуыҡ һыу менән ҡойоноп дауаланыу буйынса Иванов методикаһы тураһында һөйләүен йотлоғоп тыңланым. Ул ошо ысул менән ҡәҙерле әсәһенең үлемесле сирҙән дауаланыу шатлығы менән бүлешкәйне. Йыш ҡына сырхап яфаланғас, сынығыу юлын фәҡәт шунда күреп, оҙаҡҡа һуҙмай, көндәр арыу уҡ һалҡынайған октябрь айы тип тормай, ҡойона башланым, — ти ул.
Ул ваҡыттан байтаҡ ғүмер аҡҡан. Рәзилә Дилмөхәмәтованың организм өсөн файҙалы был процедураны ғәҙәт итеүенә быйыл 30 йыл тула. Һәм, ышанаһығыҙмы, ул үҙен бик яҡшы тоя, элек йыш борсоған хроник сирҙәре тураһында бөтөнләй онотҡан, ошо дәүерҙә бер тапҡыр ҙа «больничный»ға сыҡмаған һәм атлау урынына йүгереп йөрөй.
...Әле ул мәлдә кейәүгә сыҡмаған ҡыҙын ҡурсалап, атаһы ҡаршы ла булып ҡарай. Ләкин ҡыҙының ныҡышлығына күнеп, аҙаҡ кистән үҙе ҡоҙоҡтан һыу алып ҡуя башлай. Һуңынан был хәстәрлек Рәзилә Рәсүл ҡыҙының тормош иптәшенең иңдәренә күсә. Үҙ аллы тормош ҡороп, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп, ауыл хәстәрҙәренә башкөллө күмелһә лә, уҡытыусы ҡатын алдына алғанын ҡуймай. Иртәле-кисле, бер көн ҡалдырмай, хатта сатнап торған зәһәр ҡышҡы селләләрҙә лә ҡойоноуҙан сирҡанмай. Ул ғынамы: буласаҡ әсә өс балаһы менән дә бәпәй тыуғансы ҡойоноуын дауам итә. Ололарҙың өҙлөгөүҙән һаҡлан тигән кәңәшен тотоп, тәүге сабыйының 40 көнлөк булғанын, көскә көтөп ала. «Ҡыҙҙарым менән улай оҙаҡ түҙә алманым. Организм үҙе һорай. Нимәлер етмәгән кеүек», — ти ул.
— Һыуыҡ һыу менән ҡойоноуҙы күҙ алдына килтереүҙән генә күптәрҙең тәне йыйырыла. Уны йәшәү рәүешенә индереү тураһында уйларға ла ҡурҡалар. Ә бит бушҡа! Һыу аҫтында оҙаҡ ваҡыт торорға кәрәкмәй. Бары ҡойнорға ғына. Ҡыҫҡа ғына, 5-7 секундлыҡ «тетрәнеү шогы» файҙаһын бирә: ҡан әйләнеше нормалләшә, бөтә органдар кислородҡа туйына, иммунитет күтәрелә. Бынан тыш, ҡойоноу көнлөккә етерлек көс-дәрт бирә. Ҡурҡыуҙы, ялҡаулыҡты ситкә ташлап, үҙ-үҙегеҙҙе сәләмәтләндереүгә табан аҙым яһағыҙ, тип башҡаларҙы ла артымдан өндәйем, — ти, был өлкәлә ҙур стажға эйә, көслө ихтыярлы ханым.
Бигерәк тә ҡышҡы ҡойоноуҙарҙы үҙ күрә Р. Дилмөхәмәтова. Ҡайсаҡ иртән-сәккә тиклем соланда ултырған биҙрәләге һыу өҫтө боҙланып та өлгөргән була. Һыуҙың боҙло, көндөң һыуыҡ булғанын яратам — йәнгә-тәнгә аңлатып булмаҫлыҡ рәхәтлек, еңеллек бирә, ти үҙе был хаҡта. Тән температураһын көйләү ҡанундарын яҡшы белгән ҡатын элегерәк хатта эҫе мунсала ҡып-ҡыҙыл булғансы сабынғандан һуң сығып, ҡарҙа аунай торған булған. Экологияның насарайыуы, ҡарҙың бысраҡ булыуы хәҙер уны был ғәҙәтенән арындырған. Әммә сабыныуға әле лә айырым иғтибар бирә. Ҡышҡылыҡҡа ҡайынға ҡарағат, сейә, муйыл, шыршы ботаҡтарын ҡушып бәйләп, хуш еҫле миндектәр әҙерләйҙәр. Ә ҡойоноуға килгәндә, ҡырҡ градуслыҡ һыуыҡтар ҙа ҡурҡытмай уны. Ҡыш көндәрендә иртәнсәк сәғәт етенсе яртыла «бисмилла»һын уҡып, изге теләктәрен әйтеп, баш аша ҡойған сафтан-саф һыуҙан башланып торған яңы көнгә һүнмәҫ дәрт алһа, йәйгеһен иртәнге процедураны тағы ла иртәрәк — ауыл йоҡонан уянмағанда уҡ — башҡарып ҡуя.
Рәзилә Рәсүл ҡыҙының йәшәү рәүешенә әйләнгән үҙ-үҙен сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән ысулдары бихисап. Ул бәләкәйҙән спорт ярата. Өфөлә 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер Р. Ғарипов исемендәге гимназия) уҡыған йылдарында еңел атлетика буйынса команда ағзаһы була, саңғыла йөрөй. Эшләй башлағас та, йүгереүҙе ташламай. Һуңғы йылдары ғына, аҙымдарын бер аҙыраҡ әкренәйтеп, скандинавса йөрөүгә күскән. Был да ауыл ҡатын-ҡыҙының, етәксе-уҡытыусының көндәлек режимының айырылғыһыҙ бер өлөшө. «Иртәнсәк мәктәпкә барғанда таяҡтарһыҙ йөрөмәйем. Ә кискеһен ауылды бер-ике урап сығырға ваҡыт бүләм», — ти әүҙем тормош яҡлы зат.
Мәктәптә лә сәләмәтлекте һаҡлауҙы беренсе планға ҡуя етәксе. Директор итеп тәғәйенләнгәндән, бына алтынсы йыл инде, Әбдрәш балалары көн һайын уҡыуҙы иртәнге зарядканан башлай. Пандемия ваҡытында ла туҡтап ҡалмағандар, күнегеүҙәрҙе класта башҡаралар. Коллек-тивының да сәләмәт тормош яҡлы булыуы менән ғорурлана Рәзилә Рәсүл ҡыҙы. Насар ғәҙәттәрҙе үҙ иткән кеше юҡ, бөтә байрамдар эскеһеҙ үтә, ти ул.
Былтыр «Сәләмәт ауыл» район конкурсында ҡатнашҡан әбдрәштәрҙең «Сә-ләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә һалған ҙур тырышлыҡ» номинацияһына лайыҡ булыуында актив ойоштороусыларҙың береһе булған Р. Р. Дилмөхәмәтованың да өлөшө ҙур. Райондың алыҫ сиге тип тормай, күмәкләп Асҡарға килеп, ГТО нормативтарын тапшырыу фестивалендә ихлас ҡатнаштылар. Әйткәндәй, Рәзилә Рәсүл ҡыҙы уға тиклем үк мәктәп директорҙары араһында ярышып, ГТО-ның алтын билдәһенә лайыҡ булған.
Сәләмәт булыу өсөн дөрөҫ туҡланыу режимын күҙәтеү зарурлығын да билдәләй ул. 11 йыл ураҙа тотҡан кеше булараҡ, уның да файҙаһын рухи һәм физик торошонда яҡшы тоя. Һәм тағы ла геройым үлән сәйҙәренә өҫтөнлөк бирә. Шифаһын, дауаһын һәм самаһын белеп кенә ҡуллана. «Үләндәр йыйыу ғәҙәтем әсәйемдән», — ти ул. Әйткәндәй, әсәһе, Менәүәрә Хәбир ҡыҙы, хәҙер 83 йәштә. Үҙаллы донъя көтә, яңғыҙ булыуына ҡарамаҫтан, һикһән йәшенә ҡәҙәр йылҡы тотҡан, ҡул менән бесән сапҡан. Әле лә уның аҡыл-иҫ теүәллегендә, үҙ аяғында булыуына шөкөр итә ҡыҙы. Дөрөҫ, сәләмәт йәшәү юлынан барған Рәзилә Дилмөхәмәтованың үҙенә лә Хоҙай бәхетле, оҙон ғүмер насип әйләһен.
Читайте нас: