+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2021, 11:39

Башҡортостанда асыҡ физкультура - һауыҡтырыу комплексы төҙөүгә егерме миллион һум бүленә

Ғинуар аҙағында ил Хөкүмәте ошондай асыҡ типтағы физкультура һауыҡтырыу комплекстары төҙөү өсөн федераль бюджеттан ике миллиард һум аҡса йүнәлтте.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ғинуар аҙағында ил Хөкүмәте ошондай асыҡ типтағы физкультура һауыҡтырыу комплекстары төҙөү өсөн федераль бюджеттан ике миллиард һум аҡса йүнәлтте. Был аҡсаға 100 объект төҙөү ҡаралған, шуның 43-е быйыл сафҡа инәсәк. Уларҙы төҙөү, йыһазландырыу климатик зонаға ҡарап эшләнәсәк, йәғни төнъяҡ төбәктәрҙә хоккей майҙансыҡтары төҙөләсәк, ә көнъяҡта - ҡар аҙ йәки булмаған төбәктәрҙә волейбол, баскетбол майҙансыҡтары эшләү ҡаралған. Шулай уҡ, уларҙың һәр береһендә яһалма япмалы футбол майҙансығы, йүгереү юлдары, тренажерҙар, воркаут зоналары буласаҡ.
Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” тигән проектын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк. Проектҡа ярашлы Башҡортостандың Өфө районында асыҡ физкультура - һауыҡтырыу комплексы төҙөү өсөн федераль бюджеттан 20 миллион һум аҡса бирелә, өҫтәүенә республика бюджетынан 0,4 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Читайте нас: