-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2021, 12:25

Елдәр елеп етмәҫ ерҙәрҙән мин, йәйәү әйләнергә әҙермен...

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, спорт донъяһының сағыу йондоҙо — биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡа-ҙанған тренеры, саңғы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Маҙһар Ситдыҡ улы Алсынбаев иҫтәлегенә саңғы ярыштары Таштимерҙә йыл һайын уҙғарылып килә.

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, спорт донъяһының сағыу йондоҙо — биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, саңғы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Маҙһар Ситдыҡ улы Алсынбаев иҫтәлегенә саңғы ярыштары Таштимерҙә йыл һайын уҙғарылып килде. Әммә быйыл ярыш «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә уҙғарылғанға күрә, унда бөтә райондан килгән 100-ҙән ашыу спортсы — мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа, 70-те уҙған ололар ҙа ҡатнашты. Әйткәндәй, «Иң оло саңғысы» номинацияһында билдәләнгән 74 йәшлек Клара Абдуллина үҙенең йәш төркөмөндә беренсе урынды ла яуланы.
Хәйер, Таштимерҙәге ҙур спорт сараһы тураһында баштан һөйләп үтәйек. Саңғы ярышын уҙғарыуҙы тулыһынса үҙ иңдәренә алған балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре бер көн алдан уҡ барып, бында тигеҙ, уңайлы трасса яһаны, флажоктар ҡуйып сыҡты, старт урынына ҡупшы ғына өрөп тултырмалы ҡапҡа эшләне — майҙансыҡҡа байрамса төҫ инде. Иң йәш саңғысылар байрам сараһы тантаналы асылыу менән алға ынтылды. Улар 1 километрға йүгерҙе һәм 6 – 8 йәшлек ҡыҙ-малайҙар араһында призлы урындарға Нурия Дауытова һәм Арсен Ахунов, Диана Мәхмүтова һәм Әмин Мирсаев, Нәргизә Яҡупова һәм Арсен Ишмөхәмәтов лайыҡ булды. Шулай уҡ 1 километрға уҙышыусы 9 – 10 йәшлек уҡыусылар араһында Алина Ишбулдина һәм Айҙар Мөхәмәтйәнов, Юлиә Абдуллина һәм Айваз Миңлейәров, Диана Исҡужина һәм Рушан Суфиянов пьедестал баҫҡыстарын биләне. 11 – 12 йәшлектәр 2 километрҙа үҙен һынаны. Бында призлы урындарҙы Карина Бугрова һәм Айнур Таһиров, Динара Хәйбуллина һәм Нурислам Яҡупов, Фәриҙә Бикҡужина һәм Ильяс Мөхәмәтов яуланы. Бәләкәстәр финиш һыҙығын үтеп тә өлгөрмәне, ярһыу сабыш аттары кеүек, стартта көтөп торған 13 – 15 йәшлек саңғысылар шыуып китте. Ҡыҙҙар — 2, үҫмерҙәр 3 километрға йүгерҙе. Беренсе урынды Лиза Исҡужина менән Салауат Ҡаһарманов, икенсене — Лена Исҡужина менән Сабир Атауллин, өсөнсөнө Лиана Ҡарағужина менән Тайфур Миңлейәров алды. 16 – 17 йәшлектәр араһында Кочкуров Ильяс һәм Әлиә Фәтхуллина, Арсен Ғөбәйҙуллин һәм Илсиә Зәйнетдинова еңеүселәр исеменә лайыҡ булды.
Стартҡа өлкәнерәк йәштәгеләр саҡырылыуға ярыш тағы ла мауыҡтырғыс төҫ алды, сөнки дистанция ла ауырайҙы, саңғысыларҙың да иң тәжрибәлеләре үҙен һынау өсөн килгәйне Таштимергә. Шулай итеп, 18 - 29 йәшлек егеттәр араһында чемпион исемен лайыҡлы рәүештә, республика ярыштары призеры, Рауил ауылы егете Илһам Кәримов яуланы. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Нургиз Асҡаров — икенсе, Әлмөхәмәттән Фидан Батталов өсөнсө булып килде.
30 – 39 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында призлы урындарҙы Зөлфиә Ҡарағужина, Раушания Мәхмүтова, Ксения Старцева бүлеште. Ошо уҡ йәш төркөмөндәге ир-егеттәр араһында Ҡаҙмаш мәктәбе тренеры, марафонсы Азат Яҡупов алдынғылыҡты бирмәне. Әйткәндәй, Азат Рәжәп улының ике улы ла, ҡыҙы ла ошо ярышта ҡатнашып, призлы урынһыҙ ҡалманы. Азаттан бер нисә секундҡа ғына ҡалышып, Тупаҡтан Фәнис Таһиров финиш һыҙығын икенсе булып үтте. Өсөнсөлә — Салауат ауылынан Радмир Ғиниәтов.
3 километрлыҡ арауыҡта 40 – 49 йәшлек спортсылар ҙа һынатманы. Пьедесталға Мөнирә Баймөхәмәтова, Байрас Мәхмүтов, Гүзәлиә Ғибәҙәтова, Рөстәм Ғәлиуллин, Гөлсинә Баһранова һәм Радик Ҡадиров күтәрелде.
Ҡатнашыусыларҙың йәш категориялары бының менән генә тамамланманы әле. Әллә нисә быуын саңғысылар тәрбиәләгән, үҙҙәре лә ғүмер буйы саңғынан төшмәгән 50 – 59 йәшлек ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар баҫты трассаға! Беренсе урынды лайыҡлы рәүештә Рауил ауылының танылған спортсылары Миләүшә Хәлилова һәм Хәйҙәр Мөхәмәтдинов яуланы. Икенселә Асҡарҙан Зинүнә Ғайсина менән Күсемдән Ислам Ҡарағужин, өсөнсөлә Тупаҡтан Вәсилә һәм Батыр Суфияновтар.
60 – 69 йәшлектәр араһында инде нисәнсе тапҡыр Тәпәндән Сәрүәр Түлебаева менән Зөһрә Дәминдарова көс һынашты. Был ике әүҙем ҡатын-ҡыҙ турнир һайын икәүләшеп трассаға сыға һәм йә береһе, йә икенсеһе еңеү яулап, көйәрмәндәрен ҡыуандыра. Был юлы Сәрүәр Түлебаева алдынғы булды. Ошо уҡ йәш төркөмөндәге ир-егеттәр араһында чемпион исемен Амангилде мәктәбе тренеры Нил Ҡужахмәтов яулаһа, икенселә тағы бер педагог — Риф Ғиззәтов килде, өсөнсө урында Хәлилдән Вәхит Сәйфетдинов билдәләнде. Саңғысылар ҡышҡы спорт төрөнөң ни тиклем файҙалы, сәмле икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбатлап, миҙал-грамоталарын алып, ҡыуанып таралышты.
Ә был мәлдә Рөстәм Баһаув мәргәндәрҙе саҡырып, уҡтан атыу буйынса бәйге ойошторҙо. Рөстәм Рафил улы, һыуыҡ, буран тимәй, көноҙоно ошо урында торҙо — теләгәндәргә оҫталыҡ дәрестәре лә бирҙе, һәр береһен уҡтан аттырып ҡараны, ярышты ла юғары кимәлдә уҙғарҙы. Уҡсылар дүрт йәш төркөмөндә үҙҙәрен һынаны һәм 10 метрлыҡ алыҫлыҡтағы сәпкә атты. Беренсе урындарҙа иң күп мәрәй йыйыуға өлгәшкән Айзилә Әхмәҙиева, Динир Әхмәҙиев, Илмира Сәғитова, Сәғит Суфиянов һәм Артур Ишмырҙин билдәләнде.
«Боевое братство» ойошмаһы егеттәре — Таштимер ауыл биләмәһендә йәшәүсе хәрби хәрәкәттәр ветерандары С. Хөснийәров, В. Хәйҙәров, Р. Ғилажев, А. Мәғәфүров һәм һөнәрселек училищеһы педагогы К. Шәрәфетдинов урта мәктәп биләмәһендә пневматик мылтыҡтан атыу буйынса ярыш уҙғарҙы. Бында ла мәргәнлеген һынап ҡарарға теләүселәр байтаҡ йыйылды. Улар дүрт төркөмдә ярышып, сәпкә иң шәп тоҫҡаусы исемдәрен Булат Хөсәйенов, Эмиль Йәнтүрин, Регина Сәлихова һәм Айгөл Ғүмәрова алды.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов үҙҙәренең йәштәренә ярашлы нор-мативтарҙы үтәгән Илһам Кәри-мов, Сәрүәр Түлебаева, Хәйҙәр Мөхәмәтдинов һәм Илмира Сәғитоваға ГТО-ның алтын билдәләрен тапшырҙы.
Байрамдың сағыу, онотолмаҫлыҡ булып үтеүенә, ғәҙәттәгесә, район мәҙәниәтселәре ҙур тырышлыҡ һалды. Ярышты асыу тантанаһында «Йәшлек» бейеү ансамбле дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандырһа, район мәҙәни-ял үҙәге йырсылары, һәүәҫкәр артистары тамашасыларға көн дауамында моңло йырҙарын бүләк итте.
Читайте нас: