+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль 2021, 14:15

Саңғы трассаһында Мөхәмәтдиновтарға тиңдәр юҡ

Рауил ауылы егете Хәйҙәр Мөхәмәтдинов, башланғыс класҡа уҡырға барғас та, физкультура дәресен ярата, бигерәк тә саңғыла йөрөүҙе һәм йүгереүҙе үҙ итә. Спортты ошо йылдарҙан тоғро юлдашы иткән Хәйҙәр күп тапҡыр район намыҫын төрлө ярыштарҙа яҡлай.

Рауил ауылы егете Хәйҙәр Мөхәмәтдинов, башланғыс класҡа уҡырға барғас та, физкультура дәресен ярата, бигерәк тә саңғыла йөрөүҙе һәм йүгереүҙе үҙ итә. Спортты ошо йылдарҙан тоғро юлдашы иткән Хәйҙәр күп тапҡыр район намыҫын төрлө ярыштарҙа яҡлай.
8-се кластан һуң ул Магнитогорскиҙағы педагогия училищеһын тамамлай. Физкультура уҡытыусыһы булып Ҡаҙмаш, Михайловка, Ишҡол урта мәктәбендә эшләй, артабан тыуған ауылы Рауилға ҡайта. Унда түңәрәк асып, балаларҙы саңғыла йөрөргә өйрәтә. Байтаҡ күнекмәләрҙән һуң, 1994-1998 йылдарҙа балаларҙы саңғы ярыштарына алып йөрөй башлай. Тырышлыҡ һөҙөмтәһен күргән, еңеүҙәр яулаған балалар спорт менән ихлас шөғөлләнә.
12 йылдан ашыу мәктәптә эшләгәндән һуң, Хәйҙәр Нуритдин улы милицияға эшкә килә. Балалар менән эшләү тәжрибәһе булған егетте бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор итеп ҡуялар. Һуңынан участка инспекторы вазифаһын да бик ентекле башҡара тыныс, үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр. Милиция капитаны дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға ул.
Хәйҙәр Нуритдин улы ҡатыны Илүзә Абдулла ҡыҙы менән 30 йыл матур ғүмер кисерә, өс бала үҫтерә. Илүзә оҙаҡ йылдар Магнитогорскиҙа дауаханала санитарка булып эшләй. Донъялары күркәм булған Мөхәмәтдиновтар күпләп мал тота, ауыл тормошо менән йәшәй. Улдары Вилдан атаһы өлгөһөндә мәктәпкә бармаҫ борон уҡ саңғыға баҫа. Ул хәҙерге ваҡытта баш ҡалала белем ала һәм киләсәктә физкультура уҡытыусыһы буласаҡ.
Хәйҙәр Нуритдин улы 35 йылдан ашыу саңғы ярыштарында ҡатнаша. Район, төбәк-ара саңғы, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ул гелән призлы урындар ала. Хәйҙәрҙең кубоктары, миҙалдары, грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ, улы Вилдандың да маҡтау ҡағыҙҙары унан һис кәм түгел. Күптән түгел аталы-уллы Мөхәмәтдиновтар Баймаҡ ҡалаһында үткәрелгән «Рәсәй саңғыһы — 2021», «ДОСААФ саңғыһы» ярыштарында ҡатнашып, беренселекте яуланы. Ике тапҡыр өс километрлыҡ дистанцияла БР Эске эштәр министрлығы үткәргән биатлон буйынса ярыштарҙа, I дәрәжәле диплом һәм грамота алыуы Хәйҙәрҙең оло ғорурлығы.
Ошо арала Таштимерҙә Рәсәйҙең биатлон буйынса атҡаҙанған тренеры, саңғы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, яҡташыбыҙ Маҙһар Алсынбаев иҫтәлегенә, «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған саңғы ярышында Хәйҙәр Мөхәмәтдинов үҙ йәшенә ярашлы нормативты үтәп, ГТО-ның алтын билдәһенә лайыҡ булды.
Сәләмәт йәшәү юлынан барған таһыллы саңғысы Хәйҙәр Нуритдин улының тормошо күптәргә өлгө. Ул киләсәктә тағы әллә күпме еңеүҙәргә өлгәшер, район намыҫын яҡлар, тип ышанам.
Миңлегөл ВӘЛИЕВА, клуб мөдире.
Читайте нас: