Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Асҡарҙа, ауыл биләмәләрендә ҡаһарман яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арналған күп турнирҙар үтте. Күсемдә, мәҫәлән, саңғысылар ярышы — Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов, Таштимерҙә ат сабышы — Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтов, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында баскетбол турниры — кавалерист, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Ғәйфулла Ғәбитов, Рәхмәттә һәм Салауатта волейбол ярыштары Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Венер Шаһимәрҙәнов һәм Рушан Ахунйәновтарҙың яҡты иҫтәлегенә арналды. Мәртәбәле ярыштарҙың бер нисәүһендә беҙгә лә булырға тура килде.
«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, ир-егеттәр араһында милли көрәш буйынса турнир үтте. Дөрөҫөн генә әйткәндә, көрәшселәр 2019 йылғы һабантуйҙан алып келәмгә сыҡҡаны юҡ, тиергә була. Һабантуйҙан тыш район ярыштары инде биш йыл тирәһе уҙғарылмай. Шуға күрә милли көрәште үҙ иткән батырҙар, ярышты танһыҡлап, иртән үк спорт комплексына йыйылды. Уларҙы байрам уңайынан «Батыр» ФҺК-һы директоры Таһир Сәйфуллин, тренеры Шамил Ғиниәтов тәбрикләп, иң көслөләр еңеп сығыуын теләне.
Ярыш биш ауырлыҡ төркөмөндә ойошторолдо, алыштарҙы тәжрибәле судьялар Өлфәт Шөғүров, Фәрит Шәрипов баһаланы. Иң сәмле осрашыуҙар 60 һәм 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ төркөмдәрендә барҙы, сөнки бында яңыраҡ ололар араһында ярышҡа сыға башлаған, әммә республика призеры исемен яуларға өлгөргән егеттәр ҙә, келәмдә оҙаҡ йылдар тәжрибә туплаған, таһыллы уҙамандар ҙа булды. Мәҫәлән, 90 килограмға тиклемге төркөмдә йәш спортсы, милли көрәш буйынса республика йыйылма командаһы ағзаһы Арсен Шәрипов үҙенән күпкә өлкән көрәшселәрҙе арҡаһына һалды. 90 килограмдан юғары төркөмдә финалда бил бирмәҫ дәғүәселәр Динис Шаһивәлиев менән Илмир Мөхәмәтдинов осрашты һәм һуңғыһы был юлы таһылыраҡ булып сыҡты. Быға тиклем еңел категорияла сығыш яһаған республика чемпионы Рөстәм Хәйбуллин 70 килограмға тиклем көрәшеп, икенсе урынды алды.
Шулай итеп, үҙ категорияларында район чемпионы исемдәренә Ғаяз Шөғүров (Ишбулды), Айнур Бикйәнов (Ҡырҙас), Булат Абдрахманов (Мораҡай), Арсен Шәрипов (Иҙәш) һәм Илмир Мөхәмәтдинов (Асҡар) яуланы. Илсур Мырҙабаев — «Еңеүгә ынтылыш өсөн», Ғаяз Шөғүров — «Иң яҡшы көрәш алымы», Илмир Мөхәмәтдинов «Иң яҡшы техника» номинацияларында билдәләнеп, бассейнға сертификаттар менән бүләкләнде.
Салауат урта мәктәбендә быйыл беренсе тапҡыр, Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Рушан Ахунйәновтың яҡты иҫтәлегенә арнап, волейбол ярышы үтте. Ойоштороусылар Таштимер ауыл биләмәһе ауылдары араһында ябыҡ турнир тип иғлан итһә лә, ҡатнашырға башҡа биләмәләрҙән дә командалар килде һәм улар ҙа үҙ көсөн һынай алды.
Сараны асып, Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыева «ҡыҙыу нөктә»ләргә нигеҙҙә ошо биләмә ауылдарында тыуып үҫкән егеттәр ебәрелде, сөнки улар сыҙамлылығы, сослоғо менән айырылып торҙо, тине. Салауат мәктәбен тамамлаған Рушан Ахунйәнов менән Артур Әхмәтйәнов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Әммә улар тураһында хәтер онотолмай, мәктәпкә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, ауыл урамдарына уларҙың исемдәрен биреү буйынса эш алып барыла. Рушандың яу юлы, һәләк булғандан һуң уның язаланған кәүҙәһен табып, тыуған яғына алып ҡайтыу, уның намыҫ менән хеҙмәт иткән һалдат булыуын дәлилләп, наградаға тәҡдим итеү һәм башҡа ҡатмарлы юлдар тураһында ул осорҙа башҡорт егеттәрен «ҡыҙыу нөктә»ләргә ебәрмәү, әсирлектән ҡотҡарыу буйынса етди эш башҡарған элекке РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәсүл Шөғүров һөйләп үтте. «Рушан Йәғәфәр улы кеүек егеттәр һирәк, улар — беҙҙең ғорурлыҡ, Әбйәлилдең данлы улдары һәм уларҙың исемдәрен мәктәптәр, яңы төҙөлгән урамдар йөрөтөргә тейеш», — тине Рәсүл Иғдисам улы. Ярышты ойоштороусыларҙың береһе, ауыл Советы депутаты Рушан Әхмәтйәнов та геройҙар исемен тергеҙеү йүнәлешендә ошондай ярыштар йыл һайын үткәреләсәк, тине. Сарала шулай уҡ батыр яҡташыбыҙҙың бер туған апайы Фәрүәз Хәкимова, ике туған ҡустыһы Илдар Моратов, башҡа туғандары, имам-хатиб Рафиҡ Шәйәхмәтов сығыш яһаны. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары, «Боевое братство» ойошмаһының район филиалы ағзалары Азамат Шәйәхмәтов, Илгиз Ялмырҙин, Радмир Ғилажев, Ғәлинур Вәлиев, Айҙар Мәғәфүров Кавказ тауҙарында һәләк булған райондаштарҙың батырлығы онотолмаҫ, уларҙың ата-әсәһе ярҙамһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалмаҫ, сөнки был егеттәр — беҙҙең яуҙаштар, ҡустылар, тип белдерҙе.
Ярыш Салауат мәктәбе һәм агросәнәғәт колледжы спорт залдарында барҙы. Еңеүсе исемен Салауат ауылы волейболсылары ҡулдан ысҡындырманы. Икенсе урында — Ишбулды, өсөнсөлә Михайловка командалары. Вадим Мәғзүмов, Раян Минһажев, Замир Ишаев, Алексей Бурулев «Иң яҡшы уйынсылар» номинацияларында билдәләнеп, грамоталарға лайыҡ булды.
Волейболсылар шулай уҡ Һамар ауылында, Социалистик Хеҙмәт Геройы Әмир Истамғолов иҫтәлегенә арналған ярышта ла көс һынаны.
Әмир Мирас улы Истамғолов — «Красная Башкирия» совхозының алдынғы механизаторы, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Уның тураһында ла хәтерҙе яҡташтары ҡәҙерләп һаҡлай, йыл да ошондай иҫтәлекле саралар, хәтер кисәләре ойоштора.
Был юлы волейбол ярышында дүрт команда ҡатнашты. Беренселекте лайыҡлы рәүештә Красная Башкирия волейболсылары яуланы. Икенселә — Һамар ир-егеттәре булһа, өсөнсөгә Һамар бүлексәһенең ветеран спортсылары сыҡты. Ошо уҡ турнир сиктәрендә спорт залында гер күтәреү, армрестлинг, пневматик мылтыҡтан атыу, өҫтәл теннисы буйынса ла мауыҡтырғыс ярыштар барҙы.