+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль 2021, 18:45

Волейболсылар көс һынашты

Рәхмәт мәктәбендә ошо мәктәп уҡыусыһы, Төнъяҡ Осетияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Яйҡар ауылы егете Венер Ҡунаҡбай улы Шаһимәрҙәнов иҫтәлегенә волейбол ярыштары ойошторолдо.

Рәхмәт мәктәбендә ошо мәктәп уҡыусыһы, Төнъяҡ Осетияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Яйҡар ауылы егете Венер Ҡунаҡбай улы Шаһимәрҙәнов иҫтәлегенә волейбол ярыштары ойошторолдо. Был уйын быйыл ун икенсе йыл рәттән уҙҙы.
Ярышҡа Учалы районы Миндәк, Зәйнәкәй, Килмәк ауылдары, үҙебеҙҙең Салауат, Туйыш, Рәхмәт ауылдарынан командалар ҡатнашты.
Сараны әҙерләүгә һәм үткәреүгә Байым ауыл Советы депутаты Исрафил Йәнсәйетов менән Рәхмәт мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Әмир Махийәнов ҙур көс һалды. Уйынсыларҙы ашатыуҙы ойоштороуҙы мәктәп коллективы (директоры Гүзәл Әхмәҙиева), ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы (рәйесе Рәмилә Ғәлиастанова) һәм ағинәйҙәр ҡоро (Илдүсә Мәсәлимова), мәктәп ашнаҡсылары Ләйлә Алтынбаева менән Клара Хамматовалар үҙ иңенә алды. уйындарҙы ойоштороуҙа ауылдың клуб мөдире Зөлфирә Баһауетдинованың да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Ярыштар башланыр алдынан тарих уҡытыусыһы Рәғиҙә Ғирфанова йыйылыусыларҙы Венер Шаһимәрҙәновтың биографияһы менән таныштырҙы.
Көсөргәнешле барған ярышта беренсе урында Салауаттың ир-уҙамандары яуланы, икенселә ––рәхмәт йәштәре. Миндәктәр өсөнсө урынға сыҡты.
Еңеүселәргә Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байым ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтҡуллин иң шәп уйынсыларҙы билдәләп үтте. рәхмәт мәктәбенең етенсе класс уҡыусыларының һәм Фәрхәт Хәсәнов сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Читайте нас: