Рәсәй Президенты Владимир Путин саңғысы Александр Большуновты Оберстдорфта үтеүсе донъя чемпионатында скиатлонда еңеүе менән ҡотланы.
Дәүләт башлығы спортсының етди көнәркәшлектә алға сығыуын, иң мөһим һәм абруйлы старттарҙа беренсе булырға лайыҡ булыуын иҫбатлауын, тренерҙарын һәм бөтә саңғы яратыусыларҙы шатландырыуын билдәләне. Ул Большуновҡа һаулыҡ, именлек, яңы уңыштар теләне.
Ярыш шәмбе, 27 февралдә үткәйне. Финишта рәсәйле Норвегиянан Ханс Кристер Холундты һәм Симен Хегстад Крюгерҙы уҙып китте. Большунов өсөн донъя чемпионаты алтыны карьераһында тәүге. Быға тиклем ул дүрт тапҡыр көмөш миҙалға лайыҡ булғайны.
28 февралдә Большунов Глеб Ретивых менән команда спринтында бронза яуланы. Донъя чемпионаты 7 мартта тамамланасаҡ.
Фото: https://www.instagram.com/san_sanych_bolshunov/