+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Март 2021, 13:54

Спортта сынығып үҫәләр

Рәхмәт урта мәктәбе уҡыусыларҙа милли рух тәрбиәләү йәһәтенән халҡыбыҙ йолаларына, тәрбиәүи сараларға ҙур иғтибар бүлә.

Рәхмәт урта мәктәбе уҡыусыларҙа милли рух тәрбиәләү йәһәтенән халҡыбыҙ йолаларына, тәрбиәүи сараларға ҙур иғтибар бүлә. Яңыраҡ Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған кластан тыш сара ойошторолдо. Сараға Байым ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин килеп ҡотланы һәм матди ярҙам күрһәтте.
«Абсолют чемпион» исеменә 5-сенән алып 11-се класҡа тиклемге егеттәр дүрталыш ярыштарында үҙен һынаны. 5-11-се класс егеттәре ҡатнашлығында «Күңелле старттар», башланғыс кластар менән «Йәгеҙ әле, малайҙар!» уйындары ойошторолдо. Көньяҡ Осетия – Грузия араһындағы конфликтта хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Венер Шаһимәрҙәнов исемендәге күсмә кубок өсөн барған хәрби йырҙар маршы Рәхмәттә күптән үткәрелә. Шулай уҡ Венер Шаһимәрҙәнов иҫтәлегенә волейбол уйыны көсөргәнешле барҙы.
Класс етәкселәре физкультура уҡытыусылары менән берлектә уҡыусыларға йыр өйрәтте, ҡыҙ-малайҙар марш менән үтте.
Байрамға ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур ҡәнәғәтләнеү менән һалдат ағайҙарының кейемдәрен кейеп килде. Хәрби-патриотик йырҙар маршы еңеүсеһе тип 7-се класс билдәләнде һәм күсмә кубокты алды.
Волейбол ярышына күрше Учалы районының (Килмәк, Зәйнәкәй, Миндәк ауылдарынан) өс команда килде. Рәхмәттән ике, Салауаттан бер һәм Туйыш, Ғәбдин, Байым ауылдары йәштәренән торған команда волейболда көс һынаны. Салауаттар уйында еңеп, Венер Шаһимәрҙәнов исемендәге күсмә кубокты алды.
Дүрталыш ярыштары буйынса абсолют чемпион исеменә өлкән кластарҙан Дамир Хөсәйенов, урта звенонан Динислам Нәбиуллин, бәләкәй кластарҙан Данил Мансуров лайыҡ булды. Атап әйткәндә, гер күтәреүҙә Фәнис Үтәбаев, турникта Дамир Хөсәйенов, ҡулда күтәрелеүҙә Динислам Нәбиуллин, пресс яһауҙа Ислам Әхмәҙиев хаҡлы рәүештә беренселекте яуланы.
«Йәгеҙ әле, малайҙар!» ярышында дуҫлыҡ, «Күңелле старттар» ярышында 3-сө ҡатнаш команда еңеп сыҡты.
Ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары, клуб мөдире Зөлфирә Баһауетдинова, ауыл советы депутаты Исрафил Йәнсәйетов, Рәхмәт мәктәбенең уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре сараны ойоштороуға күп көс һалды, ә мәктәп директоры Зөһрә Әхмәҙиева аҡсалата ярҙам итте.
Шулай уҡ рәхмәттәр «Беҙ геройҙарыбыҙҙы онотмайбыҙ!», «Туғандар ҡосаҡлауы», «Яҡыныңа рәхмәт әйт!», «Беҙҙе һаҡлаусылар» акцияларына ҡушылды. 1-11-се класс ҡыҙҙары егеттәргә челлендж һәм флешмоб, ә уҡытыусылар коллективы коллегаларына видеоҡотлау ебәрҙе.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Читайте нас: