Башҡортостандың 26 ҡала һәм районынан йыйылған спортсылар араһында Әбйәлил балалары лайыҡлы сығыш яһап, дөйөп иҫәптә икенсе урын яулауға өлгәште. Шәхси иҫәптә Тайфур Миңлейәров (4-се баҫҡыс) — беренсе, Айваз Миңлейәров (2-се баҫҡыс) — өсөнсө урында билдәләнде.