Спорт
15 Марта 2021, 03:05

Президент саңғысыны ҡотланы

Рәсәй спортсыһы Александр Большунов Швейцарияла барған саңғы буйында донъя кубогында масс-стартта еңеү яуланы.#ВладимирПутин

Ул 15 километрлыҡ трассала Норвегия спортсыһы Йоханнес Клебо менән Пол Голбергты уҙып китте. Большунов был арауыҡты 34 минут 7,1 секунда үтеп, иң етеҙ саңғысы тип танылды. Шулай уҡ тәүге унау иҫәбенә рәсәйлеләр — Артем Мальцев, Алексей Червоткин эләкте.
Ил намыҫын донъя кубогында бөтәһе 16 саңғысы яҡланы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Александр Большуновты ҙур еңеүе менән ҡотлап, «Был уҙыштың ысын геройына әйләндең» тип билдәләне.
Читайте нас