Ҡазан хоккей командаһы техник регламентты боҙоуҙа ғәйепләнә. Башҡортостан гимнын ареналағы тамашасылар йырлай башлаған мәлдә, фан-клуб ағзалары үҙ командаһын ҡеүәтләп ҡысҡыра, барабандарға һуға башланы. Ошо сәбәпле, гимн уйнатыу туҡтатылды. Әйткәндәй, бөгөн сериялағы хәл иткес уйын көтә. Әле Татарстан хоккейсылары 3:0 иҫәбе менән алда бара.