Спорт
26 Марта 2021, 05:33

Файҙалы үтте ялыбыҙ!

Традицияға әйләнгән сираттағы «Ғаилә ялы» үткән аҙнала «Экстрим» туристик базаһында ойошторолдо.

Традицияға әйләнгән сираттағы «Ғаилә ялы» үткән аҙнала «Экстрим» туристик базаһында ойошторолдо. Был сараны «Ғаилә» үҙәге, район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге һәм Асҡар ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы берлектә үткәрҙе.
Ҡатнашыусылар үҙ-ара танышҡандан һуң, балалар һәм ата-әсәләр ғаиләләге йылы мөхит, бәхет тураһында фекер алышты. Алып барыусы Алһыу Мусина сараны бөтәһен дә йәлеп итерлек ҡыҙыҡлы уйын формаһында үткәрҙе. Артабан саф һауала төрлө мауыҡтырғыс ярыштар, эстафета уҙғарылды. Бындай сәмле ярыштарҙа ата-әсәләр һәм балалар командаларға бүленеп, ихлас ҡатнашты. Тюбингыла шыуыу барыһына ла хуш килде. Һауа шарттарының көйһөҙләнеп тороуы ла уларҙың кәйефен ҡырманы. Сара һуңында тәмлекәстәр менән ҡайнар сәй эсеп алғандан һуң, өшөүҙәр ҙә онотолдо.
— Аҙна һайын ойошторолған ошондай саралар ғаиләлә татыулыҡты, берҙәмлекте нығытыуға, яңы дуҫтар менән аралашып, ял итеп ҡайтырға булышлыҡ итә. Бында теләгән һәр ата-әсә балалары менән килеп, буш ваҡыттарын файҙалы үткәрә ала, — ти «Ғаилә» үҙәге етәксеһе Ирек Хәсәнов.
Әлеге ғаилә ялы ла дуҫтарса йылы мөхиттә үтте. Һәр кем ойоштороусыларға рәхмәттәрен белдереп, күтәренке кәйефтә таралышты.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.
Читайте нас