Сәләмәтлелек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын асыу йәһәтенән Рысҡужа ауылында 6 йәштән 50 йәшкә тиклемгеләр араһында саңғы ярышы ойошторолдо. Сара депутаттар, староста, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары менән берлектә үткәрелде.
Хәмит Яҡупов үҙенең ейән-ейәнсәрҙәре менән урамдаш балаларын саңғыла йөрөргә өйрәтә, шулай уҡ Рәжәп Яҡуповтың да саңғысылар командаһы спорт менән даими шөғөлләнә.
Хәмит Иштимер улы старт биреү менән саңғысылар алға ынтылды. 6-8 йәшлектәр араһында беренсе урынды Сәлиә Асҡарова, икенсене Сулпан Яҡупова, 5-7-се класс ҡыҙҙары араһында Дилара Хөснитдинова, Айгүзәл Зыяева, Гөлназ Зыяева алды, 4-се класҡа тиклемгеләр араһында Искәндәр Зәйнуллин, Айтуған Асҡаров, Ислам Яҡупов, 8-се кластан Нурислам Яҡупов, Хәсән Яҡупов, Илдар Мәһәҙиев, 11-се кластан Вилдан Хәкимов, Айшат Дауытов, 30-35 йәшлектәр араһында Римма Яҡупова, Юлиә Асҡарова еңеү яулаһа, 40-50 йәшлектәр араһында Айгөл Мөхәмәтова алдынғылыҡты бирмәне. Саңғысыларға грамота һәм бүләктәр тапшырылды. Бағымсылар Ғүмәр Ҡотләхмәтов, Римма Яҡупова байрамды үткәреүгә ярҙам итте.
Саңғы ярышы тамамланыуға һәр урам вәкилдәренең командаларға берләшеп, арҡан тартышыуы спорт байрамын тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Байрамда ҡатнашыусылар самауыр сәйе, милли ризыҡтарыбыҙ — ҡаҙы, тултырма, ҡоймаҡ, буҙа менән һыйланды.
Мәғмүрә ХӘСӘНОВА,
ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.