Спорт
30 Марта 2021, 06:33

Беҙҙең көрәшселәр — иң көслөһө

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында тәүге тапҡыр грек-рим көрәше буйынса төбәк турниры уҙғарылды.

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында тәүге тапҡыр грек-рим көрәше буйынса төбәк турниры уҙғарылды.
Ят спорт төрө менән шөғөлләнеүҙе күптән түгел генә башлаһа ла, район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Хәйбулла, Бөрйән, Ейәнсура райондарынан килгән көрәшселәр араһында лайыҡлы сығыш яһаны. Тренерҙар Салауат Баһаув, Фәтих Сафиуллин, Илгиз Әбделғазин, Рәйес Әбделғазин, Өлфәт Шөғүров, Әлфир Әсәҙуллин, Салауат Хамматов етәкселегендә шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр дөйөм иҫәптә Әбйәлил командаһын беренсе урынға сығарҙы. Афарин!
Үҙҙәренең ауырлыҡ төркөмдәрендә призлы урындарға өлгәшкән спортсыларҙы ла билдәләп үтәйек. Грек-рим көрәше буйынса төбәк турнирында Нурлан Фәхретдинов, Илнар Түләкбаев, Филүс Хафизов, Вәғиз Хәлисов, Азат Әхмәтов, Зөлфәр Солтанов, Нуршат Хәлитов, Даян Фазылов, Фәнүр Истамбаев, Руслан Йыһангиров, Инйәр Зәйнуллин — чемпион исеменә, Заһир Аҡбулатов икенсе урынға лайыҡ булды.
Читайте нас