Спорт
31 Марта 2021, 12:05

Беҙҙекеләр һынатманы

Район йәш техниктар станцияһының авиамоделсылары Пензала үткән Рәсәй беренселегендә һәм Рәсәй кубогына ярыштарҙа Башҡортостан исеменән ҡатнашты.

Район йәш техниктар станцияһының авиамоделсылары Пензала үткән Рәсәй беренселегендә һәм Рәсәй кубогына ярыштарҙа Башҡортостан исеменән ҡатнашты.
Был мәртәбәле хоҡуҡҡа педагог С. Н. Фазлетдиновтың уҡыусылары яңыраҡ февралдә уҙған республика ярышындағы уңышлы сығыштары өсөн лайыҡ булды. Шулай итеп, республика командаһын Асҡар егеттәре – Рияз Ғәбитов, Таһир Мәмбәтҡолов, Бәхтийәр Ғафаров, Илназ Ҡолдәүләтов һәм Әмин Мирсаев тәшкил итте.
Рәсәй беренселегенә ярышта Әмин Мирсаев үҙенең категорияһында – икенсе, Рияз Ғәбитов өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Читайте нас