15 йыл тирәһе Ташбулат урта мәктәбенең спортзалында биләмәнең төрлө ойошмалары, ауыл йәштәре командалары ошо матур традицияны дауам итә. Быйыл үҙ-ара биш: «Абзелилспецкомобслуживание» (капитаны — Илгиз Таһиров), янғын һүндереү посы (Рәмзил Мирсаев), Ташбулат йәштәре (Дияз Зарипов), Күсем командаһы (Риф Ҡарағужин), Ташбулат мәктәбе уҡыусылары (Ринат Ғабдуллин) командалары көс һынашты.
Ауыл биләмәһе башлығы Динис Таһиров та, ауыл Советы депутаттары ла үҙ командалары өсөн сығыш яһауы маҡтаулы.
Ташбулат йәштәре элек-электән көслө командаһы менән билдәле, йәштәре ололар рәтенә күсеп бара, әммә уларға алмаш быуын да үҫеп, сылбырҙы өҙмәй, дауам итеп килеүе һөйөнөслө.
Был ярышта мәктәп уҡыусылары үҙҙәренән күпкә ололар менән уйынға сығырға йөрьәт итте.
Биләмәләге бөтә ярыштарҙа ихлас ҡатнашҡан икенсе ауыл — ул күсемдәр.
Беренсе урынды Ташбулат ауылы йәштәре, икенсе урынды «Абзелилспецкомобслуживание» вәкилдәре, өсөнсө урынды — Күсем ауылы командаһы яуланы.
Дияз Зарипов, Илсен Сөләймәнов, Радмир Сөләймәнов, Динис Таһиров менән Фирғәт Сәйетғәлин, Юлай Хәйбуллин, Вадим Салауатов «Иң яҡшы уйынсы» булараҡ билдәләнде.
«Абзелилспецкомобслуживание» директоры Йәлил Зәйтүнов, Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Динис Таһиров еңеүселәргә дипломдар, бүләктәр тапшырҙылар.
Волейбол уйындарын үткәргән, спорт залында һәр ваҡыт ауыл халҡына шөғөлләнергә мөмкинлек биргән Ташбулат урта мәктәбе директоры Басир Зәйтүновҡа һәм коллективына барыһы ла рәхмәтле.
Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.