+14 °С
Облачно
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Спорт
5 Апреля 2021, 04:25
«Сәләмәтлеккә 10 мең аҙым»
«Демография» милли проектының «Спорт — йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә кисә «Сәләмәтлеккә 10 мең аҙым» тигән акция башланды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Унда Рәсәйҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн
www.greenego.ru
сайтында теркәлеү үтергә генә кәрәк.
Халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙе маҡсат иткән проект 7 йыл тормошҡа ашырыла. Тикшеренеүҙәргә ярашлы, көнөнә 5 мең аҙым үткән кеше бик аҙ хәрәкәт итә, нигеҙҙә ултырып эшләй. 7499 аҙымға тиклем йөрөһә — ул да бик аҙ әһәмиәткә эйә. 7500 – 9999 аҙым үтә икән, тимәк әүҙем тормош алып бара тигән һүҙ. Ә бына көнөнә 10 мең һәм унан да күберәк аҙым үтә икән — ул үҙенең сәләмәтлеген ҡайғырта, күп хәрәкәт итә һәм шул рәүешле ғүмерен оҙайта.
— Йәйәү йөрөү — йөрәк эшмәкәрлеген, ҡан тамырҙары әйләнешен нығытыу өсөн иң яҡшы сара. Әҙҙән башларға ла мөмкин: тәүҙә аҙнаһына бер сәғәт йөрөһәгеҙ, артабан ике сәғәт һәм шул рәүешле йәйәүң йөрөү ваҡытын арттыра барырға була. Йыш йәйәү йөрөгән кешелә артабан башҡа берәй спорт төрө менән шөғөлләнергә теләк уяна — ул йә футбол йә йөҙөү менән мауыға башлай, — тип иҫәпләй академик Лео Бокерия.
Быйылғы акцияла Лео Бокериянан тыш, еңел атлетика буйынса ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Светлана Мастеркова, синхрон йөҙөү буйынса өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Мария Киселева, еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тренеры Юрий Борзаковский һәм башҡа билдәле спортсыларҙың ҡатнаша. Маршрутҡа сығыр алдынан ирекмәндәр ҡатнашыусыларҙың ҡан баҫымын, пульсын үлсәй, онлайн рәүештә кешеләрҙең 10 мең аҙымды үтеүен ҡарап барырға була.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"